Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
24 Март 2020, 17:00

Милек һалымдары буйынса льготалар менән хәҙер пенсия алды йәшендәге граждандар ҙа файҙалана ала

Пенсия тәғәйенләнергә биш йыл һәм унан аҙыраҡ ваҡыт ҡалған пенсия алды йәшендәге граждандар (ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ирҙәр – 60 йәштән), 2019 йылдың һалым осоронан алып мөлкәт һалымдары буйынса һалым льготалары алырға мөмкин.

Һүҙ 6 сутый ер участкаһының кадастр хаҡы дәүмәленә һалым ҡайтармаһы рәүешендә ер һалымы буйынса, шулай уҡ физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса һәр төр-ҙөң берәр объекты буйынса, йәғни бер фатирға, бер торлаҡ йортҡа һ.б. һалым түләүҙән азат итеү рәүешендәге льготалар тураһында бара. Элек ундай хоҡуҡҡа граждандар пенсияға сығыу мәленән генә эйә ине.
Пенсия алды йәшендәгеләр өсөн физик шәхестәргә мөлкәт һалымдары буйынса льготалар проактив форматта, йәғни ғариза бирмәйенсә, пенсия фонды биргән мәғлүмәттәр нигеҙендә бирелә.
Шуның менән бергә, айырым һалым түләүселәргә ҡарата һалым органдарының күр- һәтелгән льготаларҙы биреү өсөн кәрәкле мәғлүмәттәре булмауы ихтимал. Шулай итеп, льготаларға хоҡуҡтары булған пенсия алды йәшендәге һәм элек улар тураһында белдермәгән граждандарға һалым органдары льгота биреүҙе һорап ғариза менән 2020 йылдың 1 июненә тиклем мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Билдәләнгән форма (форма Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 2017 йылдың 14 ноябрендәге ММВ-7-21/897@ һанлы бойороғо менән раҫланған) буйынса ғаризаны теләгән бер уңайлы ысул менән бирергә мөмкин:
теләһә ҡайһы һалым органына йәки МФЦ офисына үҙең барып;
почта аша ебәреп;
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы Шәхси кабинет йәки “Налоги ФЛ” мобиль ҡушымтаһы аша электрон рәүештә.
Ғаризала граждандың пенсия алды йәшен күрһәтеүсе документының реквизиттарын күрһәтергә кәрәк. Ундай документ – Пенсия фонды тарафынан бирелгән пенсия алды йәшендә булыуҙы раҫлаусы справка. Ундай справканы эшләтеп алыу өсөн:
Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының йәшәгән йәки эшләгән урын буйынса бүлексәһенә йәиһә МФЦ-ның теләгән бер офисына үҙең барып мөрәжәғәт итергә;
Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының төбәк бүлексәһенә яҙма запрос ебәреп (Башҡортостан Республикаһында – З. Вәлиди урамы, 55-се йорт адресы буйынса Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе);
Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды сайтында (www.pfrf.ru), Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы паролде файҙаланып “Граждандың шәхси кабинеты” бүлегендә (“Пенсия” бүлегендә – “Заказать справку (выписку): об отнесении гражданина к категории граждан предпенсионного возраста”) электрон рәүештә мәғлүмәттәр алырға мөмкин.
Р. ӘХМӘТОВ,
РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса
2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.