Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Март 2020, 14:00

МАЛ ЭЙӘЛӘРЕ ИҒТИБАРЫНА

Мәсетле районы ветстанцияһы 3 айлыҡтан алып һыйыр малдарына туберкулёзға, лейкозға, бруцеллёзға, лептоспирозға яҙғы эшкәртеү уҙғара. Аттарҙы 9 айлыҡтан алып түләмәгә ҡаршы эшкәртеү, аттарҙың ҡанын ҡасырыу сиренә, бруцеллёзға, инфекцион анемияға тикшереү.

Кәзә-һарыҡты – бруцеллезға, хламидиозға тикшереү.
Һыйыр малдарына түләмәгә, эмкарға ҡаршы, кәзә-һарыҡҡа, аттарға түләмәгә ҡаршы вакцинация яһау.
Шулай уҡ кәзә-һарыҡты, һыйыр малдарын, аттарҙы, шулай уҡ (ИҒТИБАР!) эт-бесәй-ҙәрҙе БИРКАЛАУ уҙғарыласаҡ.
Түбәндәге көндәрҙә:
16 мартта – Абдулла ауылы.
17 мартта – Абдулла ауылының күпер аръяғы, Ключевой ауылы.
18 мартта – Әжекәй ауылы.
19 мартта – Әжекәй ауылының күпер аръяғы.
20 мартта – Степной ауылы.
23 мартта – Оло Аҡа ауылы (төньяҡ өлөшө).
24 мартта – Оло Аҡа ауылы (үҙәк өлөшө).
25 мартта – Оло Аҡа ауылы (көньяҡ өлөшө).
26 мартта – Урта Аҡа.
27 мартта – Салйоғот ауылы.
Эшкәртеүҙәр 10.00-дән 15.00 сәғәткә тиклем үткәрелә.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында:
30 мартта – Төньяҡ һәм Күпер урамдары саты, орлоҡсолоҡ инспекцияһы тирәһендә, Баҡса һәм Чапаев урамдары, С. Юлаев һәм Революция урамдары саты.
31 мартта – Интернационал һәм Яңы урамдары, Мелиораторҙар һәм Сиренле урамдары саты, Курорт урамы, Урман хужалығы.
Эшкәртеүҙәр 17.00-дән 19.00 сәғәткә тиклем үткәрелә.
Малдарҙы килтереү мотлаҡ, малдарын прививкаға килтермәгән граждандарға, “Ветеринария тураһында”ғы законға ярашлы, штраф һалынасаҡ.
Прививка яһағандан һуң 14 көн дауамында малдарҙы иткә һуйыу тыйыла.
ИҒТИБАР! Мал табибын өйгә саҡыртыу – 130 һум.
Малдарҙы БИРКАЛАУ хаҡтары: һыйыр малдары– 50 һум, кәзә-һарыҡ – 30 һум. Малдарға укол ҡуйыу – 50 һум, аттарға, эт-бесәйҙәргә чип тағыу – 200 һум.
Һыйыр малдарынан, аттарҙан ҡан алыу – 110 һум, кәзә-һарыҡтан – 55 һум.
Мал эйәләренең әҙер арҡандар һәм аҡса менән өйҙә булыуҙарын үтенеп һорайбыҙ, был эпизоотияға ҡаршы сараларҙы тиҙ үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Ветстанция администрацияһы.
* * *
Мәсетле райветстанцияһы акция уҙғара: ваҡ өй хайуандарын чиплағанда (идентификациялағанда), ҡотороу сиренә вакцинацияны бушлай яһай.
Эттәр-бесәйҙәр өсөн биркалар килде, хаҡы – 20 һум, шулай уҡ һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ, һыйырҙарҙы йәшерен маститҡа тикшереү, дезинфекция, дезинсекция, дератизация.
Белешмә өсөн тел. 8 (34770) 2-00-92.
1020200785296 һанлы ОГРН. Реклама.