Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!

Иғтибар!

Мәсетле эске эштәр бүлегенә Мәсетле районынан бер кеше ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уға 8-917-464-50-84 телефонынан таныш булмаған ҡатын шылтыратып, үҙен Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре итеп таныта. Һөйләшеү барышында таныш булмаған ҡатын, һеҙҙең банк картаһынан мутлашыусылар аҡса алырға тырыша, тип хәбәр итә һәм унан Һаҡлыҡ банкының кредит картаһы буйынса мәғлүмәт биреүен һорай. Ғариза яҙыусы картаһының бөтә мәғлүмәттәрен әйтә, аҙаҡтан картаһынан 129 000 һумдың юҡҡа сығыуы тураһында белеп ҡала.
Мәсетле районынан “Авито” сайтына мөлкәтен һатыу тураһында иғлан ҡуйыусы тағы бер граждан ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уға 8-906-866-50-15 телефонынан билдәһеҙ ир шылтырата һәм иғлан буйынса граждандың мөлкәтен һатып алырға теләүе тураһында хәбәр итә, банкомат янына килеүен һорай. Банкомат янына килеп, граждан таныш булмаған кешенең бөтә күрһәтмәләрен үтәй. Ул үҙенә кредит алып, шул аҡсаны билдәһеҙ ирҙең иҫәбенә күсергән булып сыға.
Әлеге факттар буйынса билдәһеҙ мутлашыусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хәҙерге заманда бәйләнеш саралары бик тиҙ үҫешә. Улар беҙҙең йәшәйеште уңайлыраҡ итә. Ләкин мутлашыусылар ҙа үҫеш юлынан артта ҡалмай, үҙҙәренең “эш”е өсөн төрлө ысулдар уйлап сығара. Бының өсөн улар интернет селтәрҙәрен һәм мобиль бәйләнеште оҫта файҙалана.
Әгәр ҙә янығыҙға һеҙҙең турала нимәлер белгән сит кеше килде йәки шылтыратты икән, ул, моғайын, мутлашыусылыр. Киләһе осраҡтарҙа иғтибарығыҙҙы көсәйтергә кәрәк:
- Һеҙгә туғанығыҙҙың йәки танышығыҙҙың аварияға, төрмәгә, дауаханаға эләгеүе һәм хәҙер уның өсөн залог индерергә, ришүәт бирергә, штраф түләргә йәки хаҡ биреп ҡотолорға кәрәклеге тураһында шылтыратып хәбәр итәләр. Был мутлашыусылар!
- Һеҙҙең телефонға билдәһеҙ номерҙан балаларға ярҙам итеү йәки отҡан призды алыу өсөн иҫәпкә аҡса күсереүҙе һорап хәбәр килә. Был алдаҡ!
- Һеҙгә ҙур суммала аҡса йәки нин- дәйҙер әйбер отоуығыҙ тураһында хәбәр итәләр һәм ошо призды алыу өсөн күрһәтелгән номерға смс ебәреүегеҙҙе йәки шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар. Быны эшләмәгеҙ!
- Таныш булмаған кеше үҙен социаль хеҙмәткәр итеп таныштыра һәм пенсияға өҫтәмә буласағы, фатир хаҡын яңынан иҫәпләүҙәре, ветерандарға премия биреүҙәре тураһында хәбәр итә. Был кеше ниндәй генә алсаҡ, кеселекле булмаһын – ул мутлашыусы!
- Банк хеҙмәткәре һеҙҙең картағыҙ блокировкаланған тип шылтыратып әйтә. Шул уҡ ваҡытта күп итеп нимәлер һөйләй. Аралашыу барышында кеше үҙе лә һиҙмәҫтән кәрәкле мәғлүмәтте әйтә йәки банкомат янында тороп тейешле манипулацияларҙы башҡара.
- Алдашыусылар араһында тағы ла бер популяр тема – һатып алыу-һатыу сайттары. Автомобиль һатып алыуға бәйле схеманы ҡарайыҡ. Һеҙ хыялығыҙҙа йөрөткән автомобилдең арзан хаҡҡа һатылыуы тураһында иғлан табаһығыҙ һәм күрһәтелгән телефон һандарын йыяһығыҙ. Һеҙгә машинаны ашығыс рәүештә һатырға кәрәклеге, шуға күрә лә уның хаҡы түбән булыуы һәм уны һатып алырға теләүселәрҙең бик күп булыуы тураһында һөйләйҙәр. Артабан һеҙҙең ысынлап та һатып алырға теләүегеҙҙе раҫлар өсөн күпмелер аҡса күсерергә тәҡдим итәләр, аҡса күсереү өсөн телефон номерын бирәләр. Тик аҡса күсергәндән һуң, был телефон бер ҡасан да эшләмәйәсәк.
Был осраҡтарҙа уяу, тыныс булығыҙ һәм янауҙарҙан ҡурҡмағыҙ. Мотлаҡ рәүештә туғандарығыҙ менән бәйләнешкә инегеҙ!
Аҡсаларығыҙҙы юғалтмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:
- Берәй әйбер һатҡанда йәки һатып алғанда бер кемгә лә банк картаһының конфиденциаль мәғлүмәттәрен – PIN һәм CVV2 (картаның артҡы яғындағы һандар) кодтарын, шулай уҡ картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын һәм уның хужаһының шәхси мәғлүмәттәрен әйтмәгеҙ. Һеҙҙең иҫәпкә аҡса күсереү өсөн картаның алғы яғында күрһәтелгән 16 һанлы номер ҙа етә.
- Банк картаһы менән эш иткәндә таныш булмаған кешеләрҙең күрһәтмәләрен үтәмәгеҙ.
- Оло йәштәге туғандарығыҙға сит йәки таныш булмаған кешеләргә үҙҙәре тураһында шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтергә ярамағанлығы тураһында яҡшылап аңлатығыҙ.
Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү һеҙгә үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы хәүеф-хәтәрҙән яҡларға ярҙам итер.
Бөтә һорауҙар менән 2-00-02, 02, 2-04-83, 8-999-741-11-85 телефондары буйынса Мәсетле эске эштәр бүлегенең дежур часына мөрәжәғәт итергә мөмкин.