Быйыл ул 24 февралдән 1 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Байрам Бөйөк пост алдынан, Пасхаға тиклем ете аҙна ҡалғас, ете көн дауамында билдәләнә. Төп атрибуттары: ҡоймаҡ, ҡарасҡы, саналарҙа шыуыу.
Масленица ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау менән бәйле. Был ваҡыт эсендә хрис-тиан динлеләр барлыҡ үпкәләүҙәрҙе оноторға, араларығыҙ боҙолғандар менән татыулашырға, һәм, шулай итеп, Бөйөк постҡа әҙерләнергә саҡыра.
Ҡоймаҡ күп халыҡтарҙа киң таралған, яратып ашалған, табын йәме булған ризыҡ һанала. “Ҡоймаҡлы табындың ҡото бар”, – тигән беҙҙең халҡыбыҙ ҙа. Уның әсеһе лә, сөсөһө лә, ҡалын итеп ҡойолғаны ла, йоҡа ғына үтә күренмәлеһе лә киң таралған.
Был ризыҡҡа бәйле ҡыҙыҡлы яҙмалар ҙа күп кенә. Мәҫәлән, рус тарихсылары тәүге ҡоймаҡтар 1005-1006 йылдарҙа барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләй. Ә Бөйөк Британияла 1445 йылдан алып “Ҡоймаҡ уҙышы” үткәрелә.
Әлбиттә, һәр хужабикәнең ҡоймаҡ ҡойоу йәһәтенән үҙ рецебы, үҙе генә белгән серҙәре бар. Ә бөгөн һеҙҙең иғтибарға ҡоймаҡҡа төрөп ашау өсөн төрлө эслектәр тәҡдим итәбеҙ. Уларҙың иң таралғаны – шәкәр буталған эремсек (йөҙөм, күрәгә ҡушып ебәрергә лә мөмкин), иҙелгән картуф, тары, майһыҙ фарш, шулай уҡ төрлө ҡайнатмалар, емеш-еләк. Ә бына түбәндәге ҡатнашмаларҙы ҡоймаҡ эслеге тип ҡулланһағыҙ, бөтөнләй ят, үҙенсәлекле тәмдәге ризыҡтар килеп сығыр:
* тауыҡ ите, сыр, бәшмәк, йәшел тәмләткестәр;
* ҡырғыс аша үткәрелгән бешкән бауыр, йомортҡа, һуған, йәшел тәмләткестәр;
* ыуылдырыҡ, эремсек, ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр;
* ҡабаҡ, брынза, зәйтүн майы, йәшел тәмләткестәр;
* балыҡ, маскарпоне сыры, гәрсис, йәшел тәмләткестәр.
Әсе ҡоймаҡ
Бер стакан манный ярмаһына ярты литр ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, ике-өс аш ҡалағы он, бер сәй ҡалағы ҡоро әсетке өҫтәп, ҡаймаҡ ҡуйылығында масса яһарға һәм, өҫтөн ябып, сәғәт ярым-ике сәғәткә йылы урынға ҡуйырға.
Күтәрелгәс, ҡайнап сыҡҡан ярты литр эҫе һөт һалып бутайһың. Артабан бер сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы үҫемлек майы, бер-ике йомортҡа (һыуытҡыстан алдан алып ҡуйығыҙ), самалап он өҫтәргә. Майлы табала бешерергә.
Ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ. Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.
Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт ҡушырға мөмкин. Бөтәһен бергә һалып туҡыйбыҙ ҙа ғәҙәттәгесә ҡоймаҡ ҡоябыҙ.
Селтәрле ҡоймаҡ
Был ҡоймаҡ шундай тәмле, тишекле генә булып бешә. Бер йомортҡаны ярты балғалаҡ тоҙ, ике балғалаҡ шәкәр менән туҡырға. Артабан ярты литр кефир ҡойоп болғатырға. Аҙаҡ бер стакан ҡайнар һыуға ярты сәй ҡалағы сода һалып, кефир өҫтөнә ҡойорға. Шунан самалап он, көнбағыш майы һалып туҡырға.
Әсе ҡоймаҡ
1 литр hөткә 0.5 литр йылымса hыу. Шуға 2 балғалаҡ “Пакмайя” сүпрәһе, 3 балғалаҡ шәкәр ҡушырға, ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырға. Масса әсеп, күпереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата, 1 стакан ҡайнап торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 грамдай үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы тулыр-тулмаҫ тоҙ ҡушабыҙ. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә, күпереп сыҡҡансы ҡуйып торабыҙ. Шунан әсе ҡоймаҡты ҡоя башларға була.
Ҡалын төплө табалар отошлораҡ. Табалар майланмай, бешкән ҡоймаҡтарҙы аҡ май менән майлап, ҡатлап hалып барыла. Ҡоймаҡтар ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә күренмәле килеп сыға.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.