Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Февраль 2020, 16:00

Февраль һәм мартта магнит дауылдары

Алдан күҙаллауҙар буйынса, ниндәйҙер көслө магнит дауылдары көтөлмәй. Планетаның магнитосфераһында ла тайпылыштар булмаясаҡ.

18-20 февралдә Ҡояш өҫтөндә көслө ҡабыныуҙар көтөлә, магнит дауылдары көсө 4-5 балл тәшкил итәсәк.
Яҙҙың тәүге айында тәүге магнит дауылы 18 мартта көтөлә, яҡынса киске сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклем. Шунлыҡтан сәләмәтлектәрендә етди проблемалар булғандарға үҙ рациондарын һәм әүҙемлек режимын ҡайтанан ҡарарға кәрәк.
Иң көслө магнит дауылы 19 мартҡа иртәнге сәғәт 6-нан 8-гә тиклем тура килә. Тәбиғи көстәр яғынан юғары хәүефте иҫәпкә алып, үҙегеҙгә эмоциональ уңайлылыҡ тураһында ваҡытында хәстәрләгеҙ. Хатта физик яҡтан һау-сәләмәт кешеләрҙең дә кәйефтәре һәм тороштары насарайып китергә мөмкин, шуға күрә физик һәм эмоциональ көсөргәнеште мөмкин тиклем сикләргә кәрәк.
Ике көн үтеүгә, 21 мартта, уртаса көсөргәнештәге яңы дауыл буласаҡ. Хәлһеҙлек һөҙөмтәһендә оло йәштәгеләргә айырыуса иғтибар һәм тәрбиә кәрәк. 26 мартта иң көслө магнит дауылы көтөлә, ул көн дауамында барасаҡ.
22-25 мартта үҙегеҙҙе һәм хәлегеҙҙе контролдә тотоғоҙ, сөнки магнит дауылдары даими йоғонто яһаясаҡ.