Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
5 Февраль 2020, 13:32

Декларация кампанияһы старт алды

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең (ФНС) Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара инспекцияһы 2020 йылдың 1 ғинуарынан физик шәхестәр килемдәренә һалымдар буйынса декларация кампанияһы башланыуы тура-һында белдерә.

2019 йыл өсөн һалым декларациялары йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияларына 2020 йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса бирелә.

Үткән йылда түбәндә һаналған осраҡтарҙа килем алған физик шәхестәр 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация бирергә бурыслы:

* гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеүҙәр (торлаҡ, автомобиль, репетитор һ. б. яллау йәки ҡуртымлау) буйынса физик шәхестәрҙән;

* милектә өс йылдан кәм булған башҡа мөлкәтте (ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙан тыш) һатыуҙан;

* хужа булыуҙың минималь срогынан аҙыраҡ (2015 йылдың 1 ғинуарынан һуң һатып алынған милек объекттарына ҡарата – биш йылдан аҙыраҡ; 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем һатып алынған һәм хосусилаштырылған, мираҫҡа, бүләккә алынған милек объекттары буйынса – өс йылдан аҙыраҡ) милектә булған өйҙәр, фатирҙар, бүлмәләр, хосусилаштырылған биналарҙы ла индереп, дачалар, баҡса өйҙәре йәки ер участкалары йәки күр-һәтелгән милектәрҙәге өлөшөн (өлөштәрен) һатыуҙан;

* милек хоҡуҡтарын (ойошмаларҙың устав капиталындағы өлөшөн, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе буйынса талап итеү хоҡуҡтарын), ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һатыуҙан;

* Рәсәй Федерацияһынан ситтә;

* бүләктәр һәм отоштар.

Шулай уҡ 3-НДФЛ формаһы буйынса декларацияны һалым түләүселәрҙең түбәндәге категориялары бирергә бурыслы:

- шәхси эшҡыуарҙар;

- шәхси нотариустар;

- адвокат кабинеты ойошторған адвокаттар;

- арбитраж управляющийҙар.

Һалым декларацияһын билдәләнгән ваҡыттан һуң биреү (2020 йылдың 30 апреленән һуң) 1000 һумдан да кәм булмаған күләмдә штраф һалыныуға килтерә.

Рәсәй ФНС-ының www.nalog.ru рәсми сайтында 2019 йыл өсөн 3-НДФЛ формаһы буйынса физик шәхестәр килемдәре тураһындағы декларацияны тултырыу буйынса программа яңыртылған. Декларацияны шулай уҡ көсәйтелгән квалификациялы булмаған ҡултамға ярҙамында “Личный кабинет налогоплательщика для физических лиц” интернет-сервисы аша тултырып йәшәгән урын буйынса һалым органына ебәрергә йәиһә “Мои документы” күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күр- һәтеү үҙәгенең теләгән бер бүлексәһенә тапшырырға мөмкин.

3-НДФЛ формаһы буйынса декларация бланктарын бушлай теләһә ҡайһы һалым инспекцияһында алырға йәки операциялар залында һалым түләүселәр өсөн ҡуйылған компьютерҙарҙағы программа ярҙамында тултырырға мөмкин.

Һалым түләүселәр өсөн мөмкин тиклем уңайлыраҡ шарттар тыуҙырыу өсөн (һалым түләүселәрҙең сираттарҙа көтөү ваҡытын минималләштереү, декларацияларҙы уңайлы ва-ҡытта бирә алыу мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн) www.nalog.ru сайтында “Онлайн запись на прием в инспекцию” интерактив сервисынан файҙаланырға мөмкин.

Һалым ҡайтармаһы (стандарт, социаль, мөлкәт) алыу өсөн генә декларацияны йыл дауамында теләһә ҡайһы ваҡытта бирергә мөмкин.