Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
4 Февраль 2020, 15:00

Кадастр хаҡын ҡайтанан тикшерегеҙ

2019 йылда Башҡортостанда һыу фонды ерҙәре һәм торама пункттар ерҙәре составындағы ер участкаларын дәүләт кадастр баһалауы буйынса эштәр уҙғарылды. Торама пункттарҙың 1,5 миллиондан ашыу ер участкалары яңы кадастр хаҡы алды.

Баһалау эштәре һөҙөмтәләре раҫланған һәм Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сайтында һәм Росреестр сайтында Дәүләт кадастр хаҡы мәғлүмәттәре фондында баҫылған.
Шулай уҡ яңы кадастр хаҡтары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрының (артабан – ЕГРН) мәғлүмәттәр базаһына индереү эше тамамланды.
Шулай итеп, 2020 йылдың 1 ғинуарынан республиканың торама пункттар һәм һыу фонды ерҙәренә ҡарата яңы кадастр хаҡы ҡулланыла. Граждандар яңы кадастр хаҡы буйынса ер һалымы түләү тураһында белдереү ҡағыҙҙарын 2021 йылда аласаҡ. Шуның менән бергә, Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы аныҡларға йәки мөмкин булған хаталарҙы төҙәтергә ваҡыт бул-һын өсөн үҙ участкаң буйынса кадастр хаҡы менән хәҙер танышырға кәңәш итә.
Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы шулай уҡ түбәндәгеләргә иғтибар итә. Айырым осраҡтарҙа ЕГРН-дан ер участкаларына раҫлаусы өҙөмтәләрҙә кадастр хаҡы тураһындағы мәғлүмәттәр булмауы йәиһә ғәмәлдә (актуаль) булмаған күрһәткестәре сағылыуы ихтимал.
Был яңы барлыҡҡа килгән ер участкалары, үҙгәрештәр иҫәбен үткән участкаларҙың кадастр хаҡын билдәләү, мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Республикаһының “Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризацияһы” дәүләт бюджет учреждениеһына тапшырыу сроктары менән бәйләнгән. Дөйөм алғанда дәүләт кадастр иҫәбе үткәреүҙән алып актуаль кадастр хаҡы тураһындағы мәғлүмәттәр бирелгәнгә тиклем ҡануниәт тарафынан 31 эш көнө бүленгән.
Кадастр хаҡы тураһында ЕГРН-ға актуаль мәғлүмәттәр индерелгәндән һуң, Росреестрға билдәләнгән тәртиптә запрос ебәреп, уларҙы күсемһеҙ милектең кадастр хаҡы тураһында өҙөмтә рәүешендә алырға (бушлай бирелә), йә булмаһа online режимда Росреестрҙың www.rosreestr.ru сайтында күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт сервисы менән файҙаланырға мөмкин.