Һалым түләүсе – физик берәмек тарафынан һалым түләү буйынса бурысын үтәү өсөн Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһына үҙ ирке менән күсерелгән аҡса берҙәм һалым түләүе тип табыла.
Шулай итеп, РФ Һалым кодексының 45.1 статьяһы менән һалым түләүсенең һалымды ваҡытынан алдан түләү хоҡуғы билдәләнгән. Әгәр һалым түләүсе берҙәм һалым түләүенә хоҡуғын ғәмәлгә ашырмаһа, физик берәмек- тәрҙең килеменә, милкенә, еренә, транспортына һалым, РФ Һалым кодексының 228-се статья-һының 6-сы пунктына ярашлы, һалым түләү тураһында белдереү ҡағыҙы нигеҙендә дөйөм тәртиптә түләнә.
РФ Һалым кодексы менән ҡаралған һалым түләү буйынса бурыстарын түләүҙән баш тартҡан һалым түләүселәрҙең ваҡытында түләмәгән өсөн пеня түләү, шулай уҡ һалым түләү буйынса хо-ҡуҡ боҙған өсөн яуапҡа тарттырылыуҙары бар.