Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
20 Ғинуар 2020, 16:00

Аңлы рәүештә эшләнгән банкротлыҡ предприятие етәксеһен һалымдар түләүҙән ҡотолдормаясаҡ

Инспекция юридик ойошмаға ҡарата күсмә һалым тикшереүе уҙғарҙы, уның һөҙөмтәләре буйынса һалым органы тарафынан Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 122-се статьяһының 1-се пункты менән ҡаралған һалым хоҡуғын боҙған өсөн яуап-лылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, 9729 мең һумлыҡ дөйөм суммала өҫтәмә рәүештә һалым, пенялар һәм штраф санкциялары иҫәпләп өҫтәлде.

Арбитраж суд ҡарары менән “дуҫтарса кредитор”ҙың ғаризаһы буйынса юридик ойошмаға ҡарата банкротлыҡ процедураһы индерелә, артабан был инспекция биргән ялыу һөҙөмтәләре буйынса иҫбатлана.
Инспекция тарафынан юридик ойошманың мөлкәтен (активтарын) сығарып алыуы тураһында һөйләүсе факттар асыҡлана, шуның менән бәйле хоҡуҡ һаҡлау органдарына вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә тикшереү уҙғарыу тураһында мөрәжәғәт ебәрелә.
Үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан юридик ойошманың элекке директорының банкротлыҡ процедураһын индергәнгә хәтле дәүләткә һәм башҡа кредиторҙарға күрәләтә айырыуса ҙур зыян килтереп айырым кредиторҙарҙың мөлкәт талаптарын (өсөнсө юридик ойошма файҙаһына) хаҡһыҙ рәүештә ҡәнәғәтләндереүҙе бойомға ашыра, шуның менән бәйле уның ҡылыҡтарында РФ Енәйәт кодексының 195-се статьяһының 2-се өлөшө һәм РФ Енәйәт кодексының 196-сы статьяһының 1-се пункты менән ҡаралған енәйәт составы күренә.
РФ Енәйәт кодексының 195-се статьяһының 2-се өлөшө менән ҡаралған енәйәт яуаплылығына тарттырыу мөҙҙәте үтеү менән бәйле элекке директорға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартыла. Шуның менән бергә ундай азат ителеү реабилитация булып тормай.
Шулай итеп, дәүләткә юридик ойошмаға етәкселек иткән физик шәхес тарафынан зыян килтерелгән, шулай булғас, юридик ойошманың директоры бюджет-ҡа 9729 мең һум күләмендә килтерелгән милек зыянын ҡапларға бурыслы.
Инспекция тарафынан судҡа юридик ойошма директорына ҡарата уның енәйәте менән килтерелгән зыянды ҡаплатыу тураһында гражданлыҡ дәғүәһе ебәрелгән.
Суд ҡарары менән инспекцияның юридик ойошма директорынан 9729 мең һум күләмендәге зыян суммаһын түләтеү тураһындағы талаптары тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде, суд акты законлы көсөнә инде, баш-ҡарыу ҡағыҙы үтәү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелде.
Әйтергә кәрәк, РФ Енәйәт кодексы менән ҡаралған енәйәт яуаплылыҡҡа тарттырыу срогы үтеү менән бәйле юридик ойошма директорын енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙан баш тартыу уны үҙ средстволары иҫәбенә ойошма тарафынан түләнелмәгән һалымдар рәүешендәге зыянды ҡаплауҙан азат итмәй, сөнки юридик яҡтан һалымдар түләргә (дәүләт тарафынан алынмаған мотлаҡ түләүҙәр рәүешендәге зыянды ҡапларға) бурыслы шәхес булып енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе юридик ойошманың һалым түләүсеһе етәксеһе тора.
Үрҙә бәйән ителгәндәрҙе иҫәпкә алып, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара идаралығы бурыслы ойошмалар етәкселәренең енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылыуын һәм ойошма тарафынан түләнелмәгән һалымдар рәүешендәге зыянды үҙҙәренең шәхси средстволары иҫәбенә түләүен булдырмаҫ өсөн һалым түләүселәргә үҙ кредиторҙарының мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса тейешле рәүештә саралар күрергә, айырым бер кредиторҙы өҫтөн ҡуймаҫҡа кәңәш итә.
Р. ӘХМӘТОВ,
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса
2-се район-ара идаралығы начальнигы урынбаҫары.