Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
24 Декабрь 2019, 16:00

Газ өсөн ваҡытында түләү отошло

Күптәр газ менән әүҙем ҡуллана. Өй йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү кеүек күп уңайлыҡтар ошо ресурсҡа бәйләнгән. Газдан файҙаланғанда уңайлылыҡ һәм именлек өсөн кәрәкле шарттарҙы атап үтәбеҙ.

1. Газ өсөн ваҡытында түләү – отошло, шул рәүешле ғаилә тыныслығы һаҡланып ҡала. Шулай эшләүҙең өҫтөнлөктәре: пенялар өҫтәлмәй, тыныс ҡына ғаилә бюджетын планлаштырырға мөмкин. Унан тыш, кредит тарихың өсөн борсолмаҫҡа мөмкин. Счетчик күр-һәткестәрен ваҡытында тапшырырға һәм түләргә кәрәк. Быға 5 минут ваҡыт китә, ә сарыф ителгән ваҡыт средстволарҙы экономлаясаҡ. Күрһәткестәрҙе тапшырыу тотҡарлан-ған осраҡта иҫәп-хисаптың билдәләнгән тарифҡа ярашлы бойомға ашырылыуы һәр кемгә мәғлүм, ә ул сумма, ғәҙәттә, уртаса айлыҡ газ сығымынан артыҡ була.
2. Өйөгөҙҙә һәр ваҡыт йылы. Бөтә ғаиләгеҙҙең уңайлылығы газ өсөн ваҡытында түләүгә бәйләнгән, сөнки өйөгөҙгә газ менән йылытыу системаһы үткәрелгән. Һалҡындар башланыу менән ундай тотҡарлыҡтарға юл ҡуйырға ярамай. Газ менән йылытыу үҙәктән йылытыуға ҡарағанда уңайлыраҡ, сөнки уны теләгән ваҡытта ҡабыҙырға һәм температураны үҙ аллы көйләргә мөмкин.
3. Хәҙерге заман ҡулланыу-сыларының “Газпром межрегионгаз Уфа” сайтында шәхси кабинеты бар. Күп абоненттар интернет-операцияларға күсеү тормошобоҙҙо еңелләштерә, тип иҫәпләй. Онлайн түләүҙең өҫтөнлөктәре барыһына ла билдәле һәм аңлашыла: уны теләһә ҡайһы ваҡытта һәм сиратһыҙ эшләргә мөмкин. Ә “Газпром межрегионгаз Уфа” сайтындағы шәхси кабинеттың өҫтәмә функциялары бар – унда түләргә генә түгел, ә һорауҙар бирергә лә, проблема менән уртаҡлашырға ла була. Белгестәр һәр ваҡыт тиҙ һәм профессиональ яуап бирә, сөнки күпселек заявкалар өсөн үҙеңдең шәхсән булыуың мотлаҡ түгел.
4. Счетчик торошон күҙәтергә. Счетчиктың дөрөҫ эшләүе өсөн уның торошон күҙәтеп торорға кәрәк. Әгәр уның пломбаһы зарарланһа йәиһә тикшереү мөҙҙәте үтһә, иҫәп приборы күрһәткестәре ғәмәлдә булмаясаҡ. Пломбаның бөтөнлөк проблемаһы һәр ваҡыт актуаль. Яҡынса айына бер тап-ҡыр счетчиктың төҙөк эшләйме, күрһәткестәр дөрөҫмө икәнлеген тикшерергә кәрәк. Счетчикты тикшереү, ҡағиҙә булараҡ, бер нисә йылға бер тап-ҡыр уҙғарыла. Бер яҡтан, ул даими бурыс түгел, ләкин уның хаҡында онотоуы тиҙ. Уңайлыҡ өсөн счетчик күрһәткестәрен блокнотҡа яҙып барырға һәм ошонда уҡ үҙең өсөн счетчикты тикшереү мөҙҙәтен теркәп ҡуйырға мөмкин.
5. Өй эсе газ приборын йыл һайын техник хеҙмәтләндереү – ғаилә именлеге. Ҡышын торлаҡ биналарҙа газ шартлау менән бәйле инциденттар йышыраҡ була. Уларға, ҡағиҙә булараҡ, кеше факторы ғәйепле. Ундай фажиғәне булдырмау өсөн вентиляция торошон күҙәтергә һәм ваҡыты-ваҡыты менән өй эсе газ приборҙарын техник хеҙмәтләндереү буйынса белгестәр менән бәйләнешкә инергә кәрәк. Техник хеҙмәтләндереү графигы “Газпром межрегионгаз Уфа” сайтында баҫылған.
6. Авария һәм диспетчер хеҙмәттәре телефондарын белергә. Ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа газ еҫе сыҡҡан кеүек тойолһа ла шунда уҡ шылтыратырға кәрәк икәнлеген иҫендә тоторға тейеш. Сәбәп бик бәләкәй булып күренгән хәлдә лә, барыһы тураһында ла шунда уҡ хәбәр итеү яҡшыраҡ. Һәр абоненттың диспетчер хеҙмәттәре номерҙары менән блокноты булырға тейеш. Әгәр ниндәй ҙә булһа һорауҙар килеп тыуһа, шунда уҡ әлеге телефондар буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был уңайлы, һәм күреүебеҙсә, ысынлап та ярҙам итә, сөнки күпселек һорауҙар бер шылтыратыуҙан һуң уҡ хәл ителә.
Авария хеҙмәте номеры: 104
Ҡотҡарыу хеҙмәте номеры: 112
“Газпром межрегионгаз Уфа”
йәмғиәтенең берҙәм белешмә хеҙмәте:
8-987-471-71-04 (кеҫә телефоны өсөн)
8-347-286-21-07 (стационар телефон өсөн)
8-800-347-8-800 (стационар телефондар өсөн –
БР территорияһында бушлай).
Берҙәм белешмә хеҙмәте
дүшәмбенән йомаға тиклем 8.30 – 17.30 сәғәттәрҙә эшләй.
“Газпром межрегионгаз Уфа” йәмғиәте.