Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
23 Декабрь 2019, 15:00

Бушлай уҡыу үтеү мөмкинлеге

Дәүләт иҫәбенә һанлы иҡтисад компетенциялары программалары буйынса заявкалар ҡабул итеү башланды.

2019 йыл аҙағына тиклем биш төбәк: Ростов, Тула өлкәләре, Татарстан һәм Баш-ҡортостан, Саха (Якутия) республикалары халҡы персональ һанлы сертификаттар алыуға заявкалар бирә ала.
Тамамланған урта һөнәри йәки юғары белемле 18-ҙән 60 йәшкә тиклемге граждандар 20-нән ашыу актуаль һанлы йүнәлеш буйынса бушлай квалификацияларын күтәрә ала: “Искусственный интеллект”, “Программирование и создание ИТ-продуктов”, “Промышленный дизайн и 3D моделирование”, “Кибербезопасность и защита данных”, “Интернет вещей и промышленный интернет”, “Большие данные”, “Распределенные и облачные вычисления” һәм башҡалар. Уҡытыу “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектына ярашлы үтә.
Ҡатнашыуға заявканы http://цифровойсертификат.рф һылтанмаһы буйынса бирергә мөмкин. Уҡыуға дәлилдәрен һәм маҡсаттарын, шулай уҡ һанлы иҡтисадтың һайланған йүнәлешендәге терминологик мәғлүмәтлелек кимәлен баһалау өсөн кандидаттар онлайн-тест үтәсәк. Диагностика йомғаҡтары буйынса алынған кәңәштәрҙе иҫәпкә алып, уҡыу йүнәлешен үҙ аллы һайларға ла, тьютор – төбәк операторы хеҙмәткәре ярҙамында ла һайларға була. Ул тәғәйен бер йүнәлештең төбәк эш биреүселәрендәге талап ителгәнлеген баһаларға ярҙам итәсәк.
Һанлы сертификат – ул компаниялар – һанлы иҡтисад лидерҙары ҡатнашлығында билдәләнгән талап ителгән йүнәлештәр буйынса бушлай уҡыу мөмкинлеге. Әлеге мәлдә курстар каталогында 40-тан ашыу квалификация күтәреү программаһы тәҡдим ителгән. Шуларҙың 24-те – Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларынан.
Уҡыу үтеүселәргә консультация биреү һәм уларҙы оҙатып йөрөү менән һәр төбәктә конкурс буйынса һайлап алынған төбәк оператор-ҙары шөғөлләнә. Башҡорт-остан Республикаһында ул – “Электронное образование Республики Башкортостан” белем биреү ойошмалары ассоциацияһы.
Уҡытыу буйынса ентекле мәғлүмәтте ҡыҙыу линияның 8 (800) 700-20-35 телефоны йәки [email protected] электрон почтаһы аша алырға мөмкин.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.