Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Декабрь 2019, 13:00

“Урал” телестудияһы эфирын ҡайҙа ҡарарға

Республиканың төньяҡ-көнсығышында берҙән-бер телестудия Мәсетле районында урынлашҡан.

Беренсе тапҡыр Мәсетле телевидениеһы тураһында 1987 йылда һөйләй башлайҙар. ул саҡта район уҡытыусыларының август педсоветында Октябрьск ауылының мәктәп яны участкаһы тураһында беренсе фильм күрһәтелә.
Редакцияның берҙәм һәм дәртле коллективы ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле тапшырыуҙар сығара. Район телевидениеһы аңлайышлы тел менән, мөмкин тиклем объектив һәм ҡыҙыҡлы итеп район тормошондағы төп ваҡиғалар, мәсетлеләр өсөн мөһим тенденциялар һәм күренештәр тураһында һөйләргә тырыша. Эфирға “Кешеләр һәм яҙмыштар”, “Ижади оҫтахана”, “Илһам минуттары”, “Йыр бүләк итәм” һәм баш- ҡа рубрикалар сыға.
Оператив яңылыҡтар хеҙмәте мәғлүмәти сығарылыштарҙа ваҡиғаларҙы яҡтырта. Тапшырыуҙар әҙерләү менән бер рәттән, коллектив фильмдар төшөрә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.
2017 йылдан район етәкселеге ярҙамы менән “Урал” телестудияһы IP TV аша бөтә Башҡортостан территорияһында һанлы форматта үҙ тапшырыуҙарын күрһәтә. “Толпар-ТВ” махсуслаштырылған республика телеканалында – 754-се позицияла.
Әлеге йылдың ноябренән урындағы телевидениеның телетапшырыуҙар блогын 758-се каналда “Сәләм” республика муниципаль-ара телевизион каналы аша ҡарарға мөмкин.
IP-приставкалары булмаған йәиһә “Сәләм” каналын ҡарай алмағандар өсөн интернетта “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Мечетлинское Телевидение-Урал” төркөмө булдырылған. Бында яңылыҡтар, сюжеттар, иғландар урынлаштырыла. Шулай уҡ һеҙ үҙ мәғлүмәтегеҙҙе тәҡдим итә алаһығыҙ.
Беҙҙең тирәләй бихисап ваҡиғалар: бик ҙур һәм уртаса, шатлыҡлы һәм әллә ни ҡыуаныслы булмағандары булып тора. Туғандар булһынмы ул, яҡын дуҫтармы, күршеләр йәки былай ғына таныштар булһынмы, беҙҙең арала ғөмүми иғтибарға лайыҡлы кешеләр аҙ түгел. Әгәр кемдер йәки нимәлер һеҙҙе битараф ҡалдырмаһа, ул саҡта беҙгә хәбәр итегеҙ – беҙ һеҙҙең ваҡиғаларҙы көтәбеҙ һәм мөмкин булғанса уларҙы эфирҙа күрһәтәсәкбеҙ.
“Урал” телестудияһының эфирға сығыу ваҡыты
“Толпар-ТВ” каналында:
Дш. – 20.00 – 21.00
Шш. – 7.00 – 8.00, 14.00 – 15.00
Шр . – 20.00 – 21.00
Кс. – 7.00 – 8.00
Йм. – 14.00 – 15.00, 20.00 – 21.00
Шб. – 8.00 – 9.00
Йкш. – 20.00 – 21.00
“Сәләм”дә:
Дш. – 19.00 – 19.20
Шш. – 07.00 – 07.20, 13.00 – 13.20
Шр . – 19.00 – 19.15
Кс. – 07.00 – 07.15, 13.00 – 13.15
Йм. – 19.00 – 19.15
Шб. – 07.00 – 07.15, 13.00 – 13.15.
Гүзәлиә ӘХМӘТЙӘНОВА,
“Урал” телестудияһының баш мөхәррире.