Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
12 Декабрь 2019, 18:27

Һунарсылар иғтибарына!

Мәғлүмәти белдереу.

2019 йылдың 28 ноябрендә “Башҡортостан Республикаһының һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы араһында 132-се һунар хужалығы килешеүе төҙөлгән. Уға ярашлы, Мәсетле районындағы дөйөм файҙаланыуҙағы ерҙәрҙән 49674 гектар һунарсылыҡ хужалығы алып барыу өсөн 49 йылға “БР Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы”на тапшырылды.

Яңынан булдырылған Мәсетле һунарсылыҡ хужалығы ерҙәре сиктәре ассоциацияның сайтында урынлаштырылған һәм урындарҙа аншлагтар менән билдәләнәсәк.

Тояҡлы хайуандарҙы аулауға 2019 йылдың 28 ноябренә тиклем Башҡортостан Экология министрлығынан рөхсәт алған һунарсыларҙың Мәсетле районының һунарсылыҡ бүлегенә тапшырылған һунар ерҙәрендә һунар итеүгә хоҡуғы 2019 йылдың 31 декабренә тиклем һаҡлана.

БР Экология министрлығынан тояҡлы хайуандарҙы аулауға 2019 йылдың 28 ноябренән һуң рөхсәт алған һунарсылар БР Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына тапшырылмаған дөйөм ҡулланылыштағы һунарсылыҡ ерҙәрендә генә һунар итә ала.

Ҡиммәт тиреле кейек аулауға рөхсәттәре булған һунарсылар 2020 йылдың 1 ғинуарынан ассоциацияға тапшырылмаған дөйөм ҡулланылыштағы һунарсылыҡ ерҙәрендә генә һунар итергә хоҡуҡлы.

Ассоциация юрисдикцияһына тапшырылған һунарсылыҡ ерҙәрендә ҡиммәтле тиреле кейек алыуға рөхсәт биреү 2020 йылдың 1 ғинуарынан Мәсетле районы һунарсылыҡ бүлеге офисында ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Э. УСМАНОВ,

Башҡортостан Төньяҡ-Көнсығыш зонаһының район-ара һунарсылыҡ белгесе.


1020200001183 һанлы ОГРН.