Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
12 Декабрь 2019, 17:43

Шыршыларҙы рөхсәтһеҙ киҫмәгеҙ

25 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Шыршы-2019” оператив-профилактик операцияһы уҙғарыла.

Республиканың Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ киҫеүҙе туҡтатыу өсөн урмандарҙа патруллек итәсәк, яңы йыл шыршылары ташыусы транспорт сараларын тикшерәсәк. Законһыҙ әҙерләнгән яңы йыл шыршыларын һатыуға сик ҡуйыу маҡсатында, һалым хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уларҙы һатыу урындарына рейдтар яһау планлаштырыла.

Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡануниәтендә ылыҫлы ағастарҙы үҙ белдектәре менән киҫкән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Административ штраф күләме граждандарға – өс меңдән дүрт мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 20-нән 40 мең һумға тиклем, юридик ойошмаларға 200-ҙән 300 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк. Штрафтарҙан тыш урман ҡануниәтен боҙоусылар урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыян суммаһы биш мең һум һәм унан да күберәк тәшкил итһә, ул саҡта закон боҙоусының ҡылығы РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһында (“Урман ағастарын законһыҙ киҫеү”) ҡаралған енәйәт яуаплылығына килтерә. Был статья буйынса иң ҙур яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.

Әгәр законһыҙ ағас киҫкән ваҡытта механизмдар, автомототранспорт саралары, үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника ҡулланылған булһа, ул саҡта административ штрафтар күләме арта, ә файҙаланылған эш ҡоралдары һәм киҫелгән ағастар тартып алына.

“Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” законға ярашлы, һәр һатып алыусы яңы йыл продукцияһы һатыуҙың легаллеген раҫлаусы документты талап итергә хоҡуҡлы. Һатыусы һатып алыусының талабы буйынса уға тауар чегы йәки тауар накладнойын бирергә бурыслы.

Алексей КРЕСТОВСКИХ,

Балаҡатай урман хужалығы буйынса

бүлек начальнигы.