Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
3 Декабрь 2019, 16:00

Электр энергияһы өсөн ваҡытында түләгеҙ

Һәр ғаилә ҡулланылған электр энергияһы өсөн күпмелер сығым тотона. Уны дөрөҫ итеп тотонғанда, финанс сығымдарҙы кәметергә мөмкин. Быға, әлбиттә, электр приборҙарын эффектив файҙаланыу ғына түгел, ә иҫәп приборы күр-һәткестәрен ваҡытында биреп барыу ҙа йоғонто яһай. Ошоларға бәйле һәм башҡа һорауҙарыбыҙ менән “Башэлектросбыт” ойошмаһына мөрәжәғәт иттек.

– Электр энергияһының иҫәбен алып барған электр приборҙарының күрһәткестәрен “ЭСКБ” ЯСЙ-һына ҡасан тапшырырға?
– Һәр ай 20-һенән 23-өнә тиклем шәхси өйҙәр, шулай уҡ дөйөм йорт, торлаҡ булмаған биналар электр энергияһы иҫәбен алып барыу приборҙары күрһәткестәрен бирергә кәрәк. Был күләмде теүәл итеп күр-һәтеү һәм ҡулланылған электр энергияһы өсөн артабан түләү өсөн кәрәк. Электр энергияһы өсөн тарифтар йыл һуңында Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан раҫлана һәм алдағы йыл дауамында ғәмәлдә ҡала.
– Ҡулланылған электр энергияһы өсөн күрһәткестәрҙе ваҡытында бирмәгәндә?
– Ағымдағы айға күрһәткестәрҙе бирмәгәндә, йәки ваҡытында бирмәгәндә, ҡулланылған электр энергияһы өсөн хаҡ уртаса айлыҡ күр-һәткесенән сығып иҫәпләнә. Дүртенсе айҙан башлап ҡулланылған электр энергияһы өсөн хаҡ ҡулланыу нормативтары буйынса иҫәпләнә башлаясаҡ – ул күпкә ҡиммәтерәк.
Хәҙер иҫәп приборҙарынан күр-һәткестәрҙе биреү процедураһы күпкә ябайлашты. Әгәр элек күрһәткестәрҙе коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгәндә генә бирергә мөмкин булһа, хәҙер мәғлүмәтте ваҡытында ебәреү өсөн мөмкинлектәр киңәйҙе.
Иҫәп приборығыҙҙың срогы сығыуына ла иғтибар итегеҙ. Ҡулланыу ваҡыты үтеү менән прибор иҫәптән алынасаҡ. Ҡулланылған электр энергияһы өсөн артабан иҫәп өс иҫәп осоронан һуң арттырыусы 1,5 коэффициентын иҫәпкә алып ғәмәлгә ашырыла.
– Күрһәткестәрҙе ниндәй ысул менән биреү яҡшыраҡ?
– Һеҙҙең өсөн уңайлы һәр ысул беҙгә күрһәткесте еткерәсәк. “ЭСКБ” ЯСЙ-һының клиенттар офисына мөрәжәғәт итергә була. Интернет менән әүҙем файҙаланыусылар өсөн Google Play йәки App Store приложениеларында “Клиенттың шәхси кабинеты” мобиль версияһы бар. Сервис менән www.bashesk.ru сайтында файҙаланып була. Мәғлүмәттәрҙе клиент офисының электрон почтаһына ебәрергә мөмкин, адресы түләү өсөн белдереү ҡағыҙында бар. Уны түбәндәге форматта ебәрергә: килешеү номеры, адресы, күрһәткесте алыу көнө, күрһәткес (ара ҡалдырмай яҙырға).
– Ҡайһы ысул иң ябайы?
– Күрһәткестәрҙе “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса бирергә мөмкин. Уның номерҙары: 8 800-775 -70-77, 8-347-222-22-55; 8-347-222- 22-00 (дүшәмбе – шәмбе сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем). Банк бүлексәләрендә һәм почтала түләгәндә лә ҡулланылған энергия күрһәткесен түләү ҡағыҙында мотлаҡ яҙығыҙ.
– СМС-белдереүҙәрҙе файҙаланырға мөмкинме?
– Эйе, күрһәткестәрҙе 8-927-337-67-60 номерына хәбәр итергә мөмкин. Уны түбәндәге форматта ара ҡалдырмай йыйырға: Шәхси иҫәп # Иҫәп приборы күрһәткесе (бер ставкалы тариф буйынса), йәки Шәхси иҫәп # ”Көн” зонаһы буйынса күрһәткес # “Төн” зонаһы буйынса күрһәткес, йәки Шәхси иҫәп # “Пик” зонаһы буйынса күрһәткес # “Төн” зонаһы буйынса күрһәткес # “Полупик” зонаһы буйынса күрһәткес. Был СМС-хәбәр өсөн тариф һеҙҙең ҡулланған тариф буйынса иҫәпләнә.
“Башэлектросбыт” компанияһы электр иҫәбен алып барыусы приборҙарҙың күрһәткестәрен биреү срогына яуаплы ҡарай. Ваҡытында түләү пеняларға юл ҡуймай һәм, һөҙөмтәлә, сығымдарығыҙ артыҡ булмай. Һеҙҙең иғтибарға тағы ла бер мәғлүмәтте еткерәбеҙ: пеняларҙы бөтөрөү буйынса “Пени исчезают в полночь” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Уның шарттары менән www.bashesk.ru сайтында танышырға мөмкин.