Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
26 Ноябрь 2019, 13:00

Кемгә сит ил паспортын алмаштырырға кәрәк?

Башҡортостанда 2019 йылда эшләнгән сит ил паспорттары – яраҡһыҙ.

Республика халҡының сит ил паспорттарында подразделениелар кодтарының дөрөҫ күрһәтелмәүе асыҡланды.

МВД сайтында Башҡортостанда әлеге йылдың февраленән октябренә тиклем 5 йылға эшләнгән сит ил паспорттарының алмаштырыласағы хаҡында мәғлүмәт барлыҡҡа килде.

Ошо осорҙа бирелгән документтарҙа техник хата ебәрелгән. Был Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Ишембайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм Межгорьела паспорт алғандарға ҡағылмай.

Алмаштырыу дәүләт пошлинаһын түләтмәйенсә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бойомға ашырыла.

Алмаштырыу өсөн граждандың үҙенә паспорт эшләткән миграция мәсьәләләре подразделениеһына мөрәжәғәт итергә, сит ил паспортын һәм РФ гражданы паспортын бирергә кәрәк.
Кәрәкле мәғлүмәтте һеҙ Башҡортостан Республикаһы, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 8 адресы буйынса Рәсәй МВД-һының Мәсетле районындағы миграция мәсьәләләре буйынса бүлегендә йәки 8 (34770) 2-03-16 телефоны буйынса белә алаһығыҙ.
Мәсетле районының миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге.