Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
14 Ноябрь 2019, 17:00

Ҡайҙа үлем һатыуҙарын хәбәр ит

Республикала “Ҡайҙа үлем һатыуҙарын хәбәр ит” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһы дауам итә. Йәмәғәтселекте наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәшеүҙә ҡатнашыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән икенсе этап 2019 йылдың 11 ноябренән 22-һенә тиклем үтәсәк.

Профилактик сараға ярашлы, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһында был ваҡытта 8-800-7000-183 берҙәм республика “ышаныс телефоны”на шылтыратыуҙар ҡабул ителәсәк. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй.

19 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем һаулыҡ һаҡлау, МВД, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге белгестәре менән наркотик ҡулланыусыларҙы дауалау, реабилитациялау һәм наркотиктарға ҡаршы тематик “ҡыҙыу линия” үтәсәк.

Бер генә шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Конфиденциаллек гарантиялана.

“Ҡыҙыу линия” телефоны: 273-09-00.