2019 йылдың 29 сентябрендәге “Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының беренсе һәм икенсе өлөштәренә үҙгәрештәр индереү тураһында” 325-ФЗ һанлы Федераль закон- ға ярашлы, айырым эшмәкәрлек төр-ҙәре өсөн алдан билдәләнгән килемгә берҙәм һалым рәүешендәге һалым һалыу системаһын ҡулланыу маҡсатында 2020 йылдың 1 ғинуарынан ваҡлап сауҙа итеүгә инмәй: 2010 йылдың 12 апрелендәге “Дарыу саралары әйләнеше тураһында” 61-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы идентификациялау саралары, шул иҫәптән контроль (идентификация) билдәләре менән мотлаҡ
маркаланырға тейешле дарыу сараларын, иҡтисади эшмәкәрлек төр-ҙәре буйынса Дөйөм Рәсәй продукция классификаторы кодтары исемлеге буйынса һәм (йәки) Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнеүсе Евразия иҡтисад союзы тышҡы иҡтисад эшмәкәрлегенең тауар номенклатураһына ярашлы тауар кодтары исемлеге буйынса идентификациялау саралары, шул иҫәптән контроль (идентификация) билдәләре менән мотлаҡ маркаланырға тейешле аяҡ кейемдәре тауарҙары һәм кейем-һалым, тәбиғи мех һәм башҡа изделиелар һатыу.
Шулай итеп, күрһәтелгән тауар-ҙар менән сауҙа итеүсе һалым түләүселәрҙең 2020 йылдың 1 ғинуарынан ЕНВД рәүешендәге һалым һалыу системаһын ҡулланырға хоҡуҡтары юҡ.
Кәрәк булғанда муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре ЕНВД индереү тураһындағы ҡарарҙарға үҙгәрештәрҙе 2019 йылдың 30 ноябренә тиклем индерә.
хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы.