2014 йылдың 29 авгусындағы “Енәйәттәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, хәл-ваҡиғалар тураһында ғаризаларҙы һәм хәбәрҙәрҙе Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының территориаль органдарында ҡабул итеү, теркәү һәм хәл итеү тураһында инструкцияны раҫлау тураһында” 736-сы бойороғо талаптарына ярашлы, хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәрҙе теркәү Енәйәттәр, админис-тратив хоҡуҡ боҙоуҙар, хәл-ваҡиғалар тураһында ғаризаларҙы һәм белдереүҙәрҙе теркәү кенәгәһендә (артабан – Кенәгә) эске эштәр органының дежур бүлегендә тәүлек әйләнәһенә, оператив хеҙмәтләндереү территорияһына ҡарамай, ғәмәлгә ашырыла. Эске эштәр органына хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәр ғариза биреүсенән, почта буйынса, телефон, телеграф йәки WWW. GOSUSLUGI. RU адресы буйынса электрон формала Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталы аша килә ала.
Енәйәттәр тураһында ғариза һәм хәбәрҙәрҙе ҡарау һөҙөмтәләре буйынса түбәндә һаналған ҡарарҙарҙың береһе ҡабул ителә: енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында; енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартыу тураһында; РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 151-се статьяһына ярашлы тәртиптә тапшырыу тураһында; ә шәхси ғәйепләү енәйәт эше буйынса, РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 20-се статьяһының икенсе өлөшөнә ярашлы, – судҡа.
Вазифалы кешенең административ хоҡуҡ боҙоуы тураһында ғариза һәм белдереүҙәр буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында үҙ компетенцияһы сиктәрендә протокол төҙөүсе уполномоченный түбәндәге ҡарарҙарҙың береһен ҡабул итә: административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатыу тураһында; административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатыуҙан баш тартыу тураһында; административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ғаризаны (белдереүҙе) һәм уны тикшереү материалдарын бындай мәсьәләләрҙе ҡарауҙы үҙ компетенцияһына алған дәүләт органына, урындағы үҙидара органына, ойошмаға йәки вазифалы кешегә тапшырыу тураһында; административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ғаризаны (белдереүҙе) һәм уны тикшереү материалдарын Рәсәй МВД-һының башҡа территориаль органына тапшырыу тураһында.
Хәл-ваҡиғалар тураһында ғариза һәм белдереүҙәрҙе ҡарау һөҙөмтәләре буйынса түбәндә һаналып киткән ҡарар-ҙарҙың береһе ҡабул ителә: хәл-ваҡиға тураһында ғаризаны (белдереүҙе) һәм уны тикшереү материалдарын бындай мәсьәләләрҙе ҡарауҙы үҙ компетенцияһына алған дәүләт органына, урындағы үҙидара органына, ойошмаға йәки вазифалы кешегә тапшырыу тураһында; хәл-ваҡиға тураһында ғаризаны (белдереүҙе) һәм уны тикшереү материалдарын Рәсәй МВД-һының башҡа территориаль органына тапшырыу тураһында; хәл-ваҡиға тураһында ғаризаны (белдереүҙе) һәм уны тикшереү материалдарын Кенәгәгә теркәлгән номенклатур эш материалдарына ҡушыу тураһында; хәл-ваҡиға тураһында ғаризаны эҙләү эшенә теркәү тураһында; хәл-ваҡиға тураһында ғаризаны эш башҡарыу подразделениеһына тапшырыу тураһында.
Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге штабы начальнигы.