Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
15 Октябрь 2019, 15:00

Бухгалтерия отчетының дәүләт мәғлүмәт ресурсы

“Бухгалтерия иҫәбе тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында 2018 йылдың 28 ноябрендәге 444-ФЗ һанлы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2020 йылдан Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә бухгалтерия (финанс) отчеты дәүләт мәғлүмәт ресурсы булдырыу һәм алып барыу эше йөкмәтелгән.

Нимә һуң ул?

Бухгалтерия отчетының дәүләт мәғлүмәт ресурсы – бындай отчетты, шулай уҡ, бухгалтерия (финанс) отчетына мотлаҡ аудит ҡаралған осраҡта, уның тураһында аудит һығымтаһы төҙөргә бурыслы иҡтисад субъекттарының дөйөм бухгалтерия (финанс) отчеты.

Иҡтисад субъекты урынлашҡан урын буйынса һалым органына йыллыҡ бухгалтерия отчетының мотлаҡ экземпляры бирелә.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә отчеттың мотлаҡ экземплярын биреүҙән азат ителәләр:

- дәүләт секторы ойошмалары;

- Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы;

- дини ойошмалар;

- бухгалтерия отчетын Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкына тапшырған ойошмалар;

- йыллыҡ бухгалтерия (финанс) отчетында Рәсәй Федерацияһы законы буйынса дәүләт серенә ҡараған мәғлүмәттәр булған ойошмалар;

- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән билдәләнгән осраҡтарҙағы ойошмалар.

Үҙгәртеп ҡоролған йәки бөтөрөлгән юридик ойошманың һуңғы бухгалтерия (финанс) отчеты мәғлүмәт ресурсына тапшырылмай.
Отчет биреү ваҡыты

Иҡтисад субъекты отчеттың мотлаҡ экземплярын отчет осоро тамамланғандан һуң өс айҙан да һуңға ҡалмай тапшыра.

Мотлаҡ аудит үтергә тейешле отчеттың мотлаҡ экземплярын тапшырғанда, уның тураһында аудит һығымтаһы электрон документ итеп отчет менән бергә аудит һығымтаһы эшләнгән көндән һуң килгән көндән алып 10 эш көнө эсендә, әммә отчет йылынан һуң килгән йылдың 31 декабренән һуңға ҡалмай бирелә.

Бирелгән бухгалтерия отчетындағы хаталарҙы төҙәтеү тәртибе һәм ваҡыты тураһында положениелар 2019 йылдың 26 июлендәге “Бухгалтерия иҫәбе тураһында” Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының бюджет өлкәһе ойошмаларының бухгалтерия иҫәбен көйләү өлкәһендә башҡа закон акт-тарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 247-ФЗ һанлы Федераль законы менән аныҡ итеп билдәләнгән. Мәҫәлән, төҙәтелгән отчетты төҙәтеү индерелгән көндән йәки йыллыҡ бухгалтерия (финанс) отчетын раҫлау көнөнән һуң килгән көндән алып 10 эш көнөнән һуңға ҡалмай бирергә мөмкин. Йәғни, яуаплылыҡтары сикләнгән ойошмалар өсөн төҙәтелгән отчетты тапшырыу ваҡыты – 30 апрелдән һуң 10 эш көнө, акционерҙар йәмғиәттәре өсөн – 30 июндән һуң 10 эш көнө.

Отчет раҫланғандан һуң индерелгән үҙгәрештәрҙе киләһе осор бухгалтерия отчетында иҫәпкә алырға кәрәк.
Отчет биреү тәртибендәге үҙгәрештәр

Бухгалтерия иҫәбенең дәүләт мәғлүмәт ресурсы индерелеү менән бухгалтерия отчеты биреү тәртибенә киләһе үҙгәрештәр индерелә:

- йыллыҡ бухгалтерия(финанс) отчетын Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә генә тапшырырға кәрәк. Дәүләт статистика органдарына отчет тапшырырға кәрәкмәй;

- отчет электрон вариантта ғына бирелә. 2020 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары бухгалтерия (финанс) отчетын ҡағыҙҙа йәки электрон вариантта тапшыра ала.

Мәғлүмәт ресурсынан мәғлүмәттәрҙе ҡарау мөмкинлеге

2020 йылдың майында мәғлүмәт ресурсының интернет-сервисы бар ҡулланыусылар өсөн дә теләгән бер ойошманың бухгалтерия отчеты тураһында мәғлүмәтте бушлай ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең электрон ҡултамғаһы ҡуйыл-ған отчет экземплярын алыу мөмкинлеге буласаҡ. Бар мәғлүмәтте алырға теләүселәр өсөн түләүле абонент хеҙмәтләндереүе бире- ләсәк.
Р. ӘХМӘТОВ,

РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара

инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.