Шулай итеп, үҙгәртелгән формала түләү буйынса бөтә реквизиттар, автоматик рәүештә мәғлүмәтте индереү мөмкинлеген биргән уникаль идентификатор, шулай уҡ банк терминалдары һәм кеҫә телефондары аша һалымды тиҙ генә түләргә ярҙам иткән штрих-код һәм QR-код буласаҡ.
Хәҙер белдереү ҡағыҙҙарында һалым һалынмаған мөлкәт объекттары тураһында мәғлүмәт булмаясаҡ. Мәҫәлән, әгәр ҙә граждан һалым түләүҙән азат иткән льгота менән файҙалана икән, йәки физик шәхестең һалым суммаһын ҡап-ларлыҡ артыҡ сумма булһа.
Яңы форма буйынса белдереү ҡағыҙҙары һалым түләүселәргә почта аша, шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтындағы шәхси кабинеттарға ебәрелгән.
1 ноябргә тиклем белдереү ҡағыҙын алмаған осраҡта һалым түләүсегә һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки хеҙмәттең “Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте” интернет-сервисын файҙаланып мәғлүмәт ебәрергә була.
Федераль һалым хеҙмәте физик шәхестәргә 2018 йыл өсөн мөлкәт һалымын 2019 йылдың 2 декабренә тиклем түләргә кәрәклеген иҫкәртә.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең
БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы.