Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
21 Август 2019, 16:00

Ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн

Льготалы категорияға ҡараған уҡыусыларҙың ата-әсәләренә хәҙер белешмә алыу өсөн дәүләт учреждениеларына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Ҡануниәт мәктәп формаһы һатып алыуға сығымдарҙы компенсациялау һәм бушлай туҡланыу буйынса льготалар алыуҙы ябайлаштыра.

Башҡортостан Республикаһы министрҙар кабинетының 2002 йылдың 11 мартындағы “Башҡортостан Республика-һында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” БР законын ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар тураһында” 68-се ҡарарына ошо хаҡта үҙгәрештәр индерелде. Быйыл икенсе кварталда халыҡҡа социаль ярҙам республика үҙәге филиалдары һәм республиканың муниципаль райондары, ҡала округтары хакимиәттәре ара-һында аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән булған дөйөм белем биреү ойошмалары (мәктәптәр) уҡыусыларына социаль ярҙам саралары күрһәткәндә үҙ-ара эшләү тураһында килешеү төҙөнө.

Яңы уҡыу йылынан кәрәкле белешмәләрҙе мәктәптәр уҡыу-сыларҙың ата-әсәләренең туранан-тура ҡатнашлығынан тыш аласаҡ. Шулай итеп, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән булған уҡыусыларҙың ата-әсәләренә (законлы вәкилдәренә) белешмә алыу өсөн республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Был сентябрь-октябрҙә Күп функциялы үҙәктәр офистарында белешмә алыусыларҙан барлыҡҡа килгән сираттарҙы бөтөрөү маҡсаты менән эшләнә.

Хәҙер ата-әсәләргә Күп функциялы үҙәктәргә, республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына ни бары пособие юллау, пособиеның ваҡыты сыҡҡан осраҡта яңынан юллау өсөн генә мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Ә инде улар пособие алһа, бала уҡыған мәктәпкә белешмәне электрон вариантта уҡыусының ата-әсәһе ҡатнашлығынан тыш ебәрәсәктәр.