13 августа һәм унан һуң бирелгән документтар Росреестр тарафынан түбәндәге шарт-тарҙа ҡаралмайынса кире ҡайтарыласаҡ:
- күсемһеҙ милек объекты физик шәхестеке булһа;
- ғариза һәм уға ҡушып бирелеүсе документтар электрон сервистар аша бирелгән һәм көсәйтелгән квалификациялы электрон ҡултамға (УКЭП) менән имзаланған;
- ғариза милек хоҡуғының күсеүен, туҡталыуын дәүләт теркәүе өсөн бирелгән;
- берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында УКЭП тарафынан ҡул ҡуйылған электрон документтар формаһында (ЕГРН) милек хоҡуғының күсеүен, туҡталыуын дәүләт теркәүе тураһында ғариза биреү мөмкинселеге тураһында яҙыу булмаһа.
Ошо уҡ закон менән айырым осраҡтар билдәләнгән!
Хатта электрон формала ғариза биреү мөмкинселеге тураһындағы яҙыу булмаһа ла, документтар ҡаралмайынса кире ҡайтарылмаясаҡ, әгәр:
- ғариза һәм документтар дәүләт власы органы йәки урындағы үҙидара органдары тарафынан бирелһә;
- ғариза һәм документтар нотариус тарафынан бирелһә;
- ғариза һәм документтар кредит ойошмаһының Росреестр менән үҙ-ара килешеп эш итеү электрон сервистарын файҙаланып һатып алыу-һатыу килешеүе яҡтары тарафынан бирелһә;
- ғариза һәм документтар күсемһеҙ милек объектын тартып алыу тураһындағы килешеү яҡтары тарафынан бирелгән һәм УКЭП тарафынан имза ҡуйылған, тикшереү асҡысы сертификаты “Росреестрҙың федераль кадастр палатаһы” тарафынан бирелгән булһа.
“Электрон” теркәү мөмкинселеге тураһындағы яҙыу нисек индерелә
Физик шәхестең күсемһеҙ милке объектына милек хоҡуғының туҡтатылыуын, күсеүен дәүләт теркәүе тураһындағы ғариза һәм уға ҡушып һалыныусы документтар-ҙы электрон документтар һәм (йәки) УКЭП тарафынан ҡул ҡуйылған документтарҙың электрон образдарын биреү мөмкинлеге тураһындағы ғариза Росреестрға фәҡәт ҡағыҙ сығанаҡта ғына ебәрелә:
- МФЦ офистары аша йәки “Росреестрҙың федераль кадастр палатаһы”ның Башҡортостан Республикаһындағы филиалы офисы аша (РФ-тың башҡа субъекттарында урынлашҡан объекттарға ҡарата);
- почта аша, уны ебәргән ваҡытта иғлан ителгән ҡиммәте, һалынған нәмәләрҙең исемлеге һәм тапшырыу тураһындағы белдереү менән (шуның менән бергә ғаризалағы ҡултамға нотариаль рәүештә раҫланған булырға тейеш, ғаризаға физик шәхес-тең шәхесен раҫлаусы документтың күсермәһе ҡушып һалына).
* 2019 йылдың 2 авгусындағы “Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында” 286-ФЗ һанлы Федераль закон.
Росреестрҙың БР буйынса идаралығының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле,
Салауат райондарындағы дәүләт теркәүсеһе.