Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
16 Август 2019, 15:00

Банкротлыҡ гражданды һалымдар буйынса бурыстан азат итмәй

Банкротлыҡ процедураһы барлыҡ бурыстарҙан, шул иҫәптән һалым түләүҙәре буйынса бурыстарҙан азат итә, тип иҫәпләүселәр бар.

Белеп ҡуйыу мөһим: физик берәмеккә ҡарата банкротлыҡ процедураһы үтеү һәм тамамланыу факты һалым буйынса бурыстарҙан һәр осраҡта ла азат итмәй.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара инспекцияһы “Л” ойошмаһына һалымдар буйынса тикшереү менән сыҡҡанда һалымдар буйынса хоҡуҡ боҙған өсөн һалым яуаплылығына тарттырыу тураһында ҡарар сығарҙы, 18 млн һум күләмендә өҫтәмә һалымдар тәғәйенләнде.

Һалым хеҙмәте тикшереүе барышында контрагенттар менән мөнәсәбәттәр буйынса бухгалтерия документацияһы төҙөгәндә һалым түләүсенең ғәмәлдәре иҡтисади яҡтан нигеҙле булмауы, алынған килемдәрҙе кәметеү өсөн яһалма шарттар булдырыуға йүнәлтелеүе асыҡланды.

Тикшереү һөҙөмтәһендә һалым буйынса иҫәпләп тәғәйенләнгән 18 млн һумды “Л” ойошмаһы түләмәгән, “Л” ойошмаһына ҡарата Баш- ҡортостан Республикаһы Арбитраж суды ҡарары менән банкротлыҡ процедураһы уҙғарылған.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара инспекцияһы банкротлыҡ тураһында эштә Банкротлыҡ тураһында закондың 10-сы статьяһының 8-се пункты менән ҡаралған сараларҙы күрҙе. Уның һөҙөмтәһендә “Л” ойошмаһының элекке етәксеһе 18 млн һумға субсидиар яуаплылыҡҡа тарттырылды, йәғни предприятиеның 18 млн һум күләмендәге һалым буйынса бурыстарын юридик берәмектең директоры үҙ аҡсаһы (милке) иҫәбенә ҡапларға тейеш.

Артабан “Л” ойошмаһының етәксеһе 18 млн һумлыҡ һалымын түләүҙән ҡотолоу маҡсаты менән үҙен түләүгә һәләтһеҙ (банкрот) тип таныу тураһында судҡа ғариза биргән.

Конкурслы кредитор йәки вәкәләтле орган бурыслының банкротлығы тураһында эштә үҙ талабын нигеҙләгән йөкләмә барлыҡҡа килгәндә йәки үтәлгәндә граждан законһыҙ эш итһә, Банкротлыҡ тураһында закондың 213.28-се статьяһының 4-се пунктының 4-се абзацына ярашлы, граждан йөкләмәләрҙән азат ителмәй.

Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, предприятие етәкселәренә ойошманың түләнмәгән һалымдарын үҙ аҡсалары иҫәбенән түләү хәленә ҡалмаҫ өсөн һалым түләүҙән, шул иҫәптән банкротлыҡ процедураһы юлы менән түләүҙән ситләшеүҙән һаҡланырға саҡырабыҙ.

Граждандың банкротлығы институты, йөкләмәләрҙән азат итеү ысулы булараҡ, граждан һалымдар һәм йыйымдар буйынса ҡануниәт талаптарын намыҫлы баш- ҡарғанда ғына ҡулланыла ала.