Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
14 Август 2019, 17:00

Камералар ҡайҙа буласаҡ

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарындағы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы фотовидеотеркәү комплекстары ҡуйылған йәки ҡуйыласаҡ юл участкалары адрестарының тулы исемлеген хәбәр итте.

Ундай интерактив карталар хәҙер Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә бар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ЮХХДИ-ның юлдарҙа камераларҙың урынлашыу урындарын халыҡҡа хәбәр итеүен дөрөҫ тип билдәләне.

Мәҫәлән, Мәсетле районында фотовидеотеркәү камералары түбәндәге адрестар буйынса барлыҡҡа киләсәк:

• “Әләгәҙ – Борғатъя” автоюлы: Әләгәҙ ауылы;

• “Оло Ыҡтамаҡ – Ҡорғат” а/ю: Оло Ыҡтамаҡ;

• “Оло Ыҡтамаҡ – Балаҡатай” а/ю: Оло Ыҡтамаҡ ауылы (Тракт урамы);

• “Оло Ыҡтамаҡ – Йонос-Йосоп” а/ю: Оло Ыҡтамаҡ ауылы (С. Юлаев урамы, 90);

• “Кропачево – Мәсәғүт – Әчит” а/ю: Оло Ыҡтамаҡ ауылы (Сәнәғәт урамы);

• “Кропачево – Мәсәғүт – Әчит” а/ю: Оло Ыҡтамаҡ ауылы (Сәнәғәт урамы);

• Оло Ыҡтамаҡ ауылына кергән 1-се юл: Оло Ыҡтамаҡ ауылы (Курорт урамы);

• “Кропачево – Мәсәғүт – Әчит” а/ю: Ҡаранай ауылы (96,5-97-се км);

• “Кропачево – Мәсәғүт – Әчит” а/ю: 112-113-сө км;

• “Оло Ыҡтамаҡ – Балаҡатай” а/ю: Яңы Мөслим ауылы.

Мәсетле районында йәки башҡа район һәм ҡалала фотовидеотеркәү комплекстары ҡуйылыу адрестарын “Комплексы фотовидеофиксации нарушений ПДД в РБ” (http://77.94.125.250:82/ kam/) сайтында белергә мөмкин.