Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Август 2019, 14:00

Интернет аша сит ил паспорты нисек эшләтергә

Әгәр алда отпускыны сит илдә уҙғарыу торһа, ял итеүгә күңелле әҙерлектәр менән шөғөлләнер алдынан сит ил паспортын хәстәрләргә кәрәк.

Әле бер нисә йыл элек кенә сит ил паспорты алған ваҡытта осраған ҡатмарлыҡтар оҙаҡ ваҡытҡа ватандаштарыбыҙҙың баш ауыртыуына әйләнә ине. Ул – паспорт-виза хеҙмәттәрендәге оҙон сираттар ҙа, бер нисә айға һуҙылған көтөүҙәр ҙә, хаталары ҡабат тултырыуҙы талап иткән анкеталар ҙа, паспорт-виза өҫтәле хеҙмәткәрҙәре яғынан анкета тултырған ваҡытта аныҡ ҡына ярҙамдың булмауы ла, документтар йыйыу өсөн кәрәкле ҙур исемлек тә. Был проблемаларҙың күбеһе берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталындағы электрон документ әйләнешенең үҫешеүе һөҙөмтәһендә үткәндә ҡалды.

Шуға ҡарамаҫтан, сит ил паспорты эшләтеү әлеге көндә лә күп кенә рәсәйлеләрҙә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар тыу-ҙыра.

Шулай итеп, ваҡыт, көс һәм аҡсаны мөмкин тиклем аҙыраҡ сарыф итеп сит ил паспорты алыу өсөн нимә эшләргә? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм шуның менән бергә хаталарҙы булдырмаҫ, артыҡ ҡағыҙҙар эҙләүгә ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн ниндәй документтар йыйырға?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районындағы миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге интернет аша 5 йылға иҫке өлгөләге сит ил паспортын эшләүгә ғаризалар ҡабул итә.

Ғаризаны электрон рәүештә ебәрер өсөн гражданға иң беренсе РФ Хөкүмәтенең Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында www.gosuslugi.ru – шәхси кабинетта теркәлергә, унда үҙ персональ мәғлүмәттәрен (фамилия, исем һәм атайҙың исеме, өй адресы, кеҫә телефоны номеры, электрон почта адресы, ИНН, СНИЛС һәм баш-ҡалар) күрһәтергә кәрәк. Шулай итеп Һеҙ шәхси кабинетта тәүге теркәлеү үтәһегеҙ.

Паролде файҙаланып, “Шәхси кабинет”ҡа инәһегеҙ, сил ил паспорты эшләү һылтанмаһын һайлағыҙ, сит ил паспорты эшләтеүгә ғаризаның бөтә пункттарын да иғтибар менән тултырығыҙ, унда үҙегеҙҙең билдәләнгән талаптарға тап килергә тейешле фотоһүрәтегеҙҙе ҡуйығыҙ.

“Шәхси кабинет” аша шулай уҡ ғариза яҙыу этаптарын күҙәтергә була. Мәҫәлән, “принято” статусы барыһы ла хатаһыҙ тултырылған, ә “возврат” статусы анкетала хата ебәрелеүен аңлата. Был белдереүҙе Һеҙ ғариза биргән мәлдән алып тәүлек эсендә аласаҡһығыҙ. Әгәр ғариза ҡабул ителһә, ғариза биреүсе махсус ҡырҙа үҙе менән анкетала күр-һәтелгән мәғлүмәттәрҙе раҫлаусы документтарының төп нөсхәләрен, дәүләт пошлинаһын түләү тураһындағы квитанцияһын алып ҡасан, ҡайҙа һәм ниндәй кабинетҡа килергә кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәтте күрәсәк.

Унан тыш, Һеҙгә фотоға төшөргә һәм миграция мәсьәләләре буйынса бүлеккә ике тапҡыр барырға тура киләсәк. Беренсе тапҡыр – документтарҙың төп нөсхәләрен алып барыу, ә икенсе – әҙер документты алыу өсөн. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: иҫке өлгөләге (ғәмәлдә булыу срогы – 5 йыл) сит ил паспорты эшләтеү өсөн дәүләт пошлинаһы – 2000 һум, 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн – 1000 һум.

Дәүләт хеҙмәте бирелеү срогы ғариза, шул иҫәптән берҙәм порталды файҙаланып электрон документ рәүешендә биргән көндән алып иҫәпләнә.

Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт иткәндә ғариза биреү датаһы булып миграция хеҙмәтенә тейешенсә әҙерләнгән документтарҙы (ғаризаны, ҡушымтаны) биреү көнө иҫәпләнә. Берҙәм порталды файҙаланып электрон документ рәүешендә ғариза биреү көнө булып ғариза биреүсегә ғаризаның ҡабул ителеүе тураһындағы электрон белдереү ебәрелеү көнө иҫәпләнә:

– документтар ғариза биреүсенең йәшәгән урыны буйынса бирелгәндә – 1 ай;

– документтар ғариза биреүсенең йәшәгән урыны буйынса түгел, ә булыу урыны буйынса бирелгәндә – 4 ай;

– айырым әһәмиәттәге мәғлүмәттәргә йәки бик серле мәғлүмәттәргә рөхсәте булған ғариза биреүсегә сит ил паспорты эшләгән ваҡытта – 3 ай;

– ашығыс дауаланыу кәрәклеге, ауыр сир йәки яҡын туғанының үлеме менән бәйле һәм Рәсәй Федерацияһынан сы-ғыуҙы талап итеүсе хәл-шарттар документтар менән раҫланған осраҡта – 3 эш көнөнә тиклем.

Мәсетле районының миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге.