Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Август 2019, 13:14

“Башҡорт ихаталары”

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте район үҙәге территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың ихаталар территорияларын 2020 йылға күп фатирлы йорттар ихата территорияларын комплекслы төҙөкләндереү буйынса “Баш-ҡорт ихаталары” муниципаль программаһына индереү өсөн кешеләрҙең тәҡдимдәрен (заявкаларын) ҡабул итеүе тураһында белдерә.

Тәҡдимдәр (заявкалар) Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2017 йылдың 28 сентябрендәге 174-се ҡарары менән раҫланған Оло Ыҡтамаҡ ауылы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттоң ихата территорияһын 2020 йылға күп фатирлы йорттар ихата территорияларын комплекслы төҙөкләндереү буйынса “Башҡорт ихаталары” муниципаль программаһына индереү тураһындағы тәҡдимдәрен биреү, тикшереү һәм баһалау тәртибенә ярашлы ҡабул ителәсәк.

Тәҡдимдәр (заявкалар) биреү срогы: 2019 йылдың 5 авгусынан 26-һына тиклем (һуңғы көндө лә индереп).

Тәҡдимдәр (заявкалар) яҙма рәүештә 9.00-дән 17.00 сәғәткә тиклем (тәнәфес: 13.00 – 14.00) Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 11а адресы буйынса (2-се кабинет) Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһенең Йәмәғәт комиссияһына бирелә.

Бәйләнеш телефоны: 8 (34770) 2-00-95.

Тәҡдим (заявка) һәм уға ҡушып бирелеүсе документтар формаһы интернет селтәрендә Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең http:// bolust.ru/category/gorodskaja-sreda рәсми сайтында урынлаштырылған.