Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1998 йылдың 19 ғинуарындағы 55-се ҡарары менән раҫланған тауарҙарҙың айырым төрҙәрен һатыу ҡағиҙәләренең 33.1-се пунктына ярашлы, сауҙа залында йәки башҡа һатыу урынында һөт, һөт составлы һәм составында һөт булған продукт-тар әлеге продукттарҙы башҡа аҙыҡ-түлек продукттарынан ҡарар күҙгә айырылып торорлоҡ итеп урынлаштырылырға (теҙелергә) һәм уларҙың аҫтына “Һөт майын алмаштырыусы ҡушылмаған продукт-тар” тигән яҙыу эленергә тейеш.
Тауарҙарҙың айырым төрҙәрен һатыу ҡағиҙәләренә әлеге өҫтәмәләр ҡулланыусының 1992 йылдың 7 февралендәге “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” РФ Законының 8, 10-сы статьялары положениелары менән яҡланған тауар-ҙар тураһында кәрәкле һәм дөрөҫ мәғлүмәт алыуға хоҡуғын тәьмин итеү, һөт продукцияһын уның төр-ҙәренә һәм компонентлы составына бәйле рәүештә айырым урынлаштырыуҙы өҫтәмә визуалләштереү иҫәбенә ҡулланыусыларға тейешле тауарҙарҙы һайлап алырға ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Һөт һәм һөт продукцияһының хәүефһеҙлеге тураһында” таможня союзының техник регламенттары төшөнсәләренә ярашлы:
– һөт продукты – ул һөттән һәм (йәки) уның состав өлөштәренән, һәм (йәки) һөттө эшкәртеүҙән алын-ған продукттарҙы ҡушып йәки ҡушмайынса етештерелгән продукт;
– һөт составлы продукт – ул һөттән һәм (йәки) уның состав өлөштәренән, һәм (йәки) һөттө эшкәртеүҙән алынған, составына үҙ аллы ингредиент булараҡ индерелеүсе продукттарҙы ҡушып йәки ҡушмайынса етештерелгән продукт;
– һөтлө продукт – һөт һәм (йәки) уның состав өлөштәре һәм (йәки) һөт эшкәртеүҙән алынған составына үҙ аллы ингредиент булараҡ индерелеүсе өҫтәмә продукт-тар һәм һөт булмаған компоненттар һөт аҡһымын алмаштырыу өсөн файҙаланылыусы, һөт составы өлөштәрен алмаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуймайынса ҡушылған һөт булмаған аҡһымдар нигеҙендә етештерелгән һөттө эшкәртеү продукты.
Һөт, һөт составлы һәм һөтлө продукттарҙы сауҙа залында йәки баш-ҡа һатыу урынында башҡа аҙыҡ-түлек продукттарынан ҡарар күҙгә айырылып торорлоҡ итеп урынлаштырыуҙың (теҙеүҙең) тәҡдим ителгән ысулдары тураһында, шулай уҡ ундай продукция “Һөт майын алмаштырыусы ҡушылмаған продукттар” тигән яҙыу менән айырыу-ҙың тәҡдим ителгән ысулдары тураһындағы методик кәңәштәр РФ Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы менән Роспотребнадзорҙың берлектәге 2019 йылдың 18 июнендәге 2098/368-се бойороғо менән раҫ-ланған.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан юридик ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1998 йылдың 19 ғинуарындағы 55-се ҡарары менән раҫланған Тауарҙарҙың айырым төрҙәрен һатыу ҡағиҙәләренең 33.1-се пункты талаптарын үтәү предметына пландан тыш тикшереүҙәр ойошторола һәм уҙғарыла.
яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү өлкәһендә
федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығының Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы,
Мәсетле, Салауат райондарындағы территориаль бүлеге начальнигы.