25 – 27 июндә ҙур булмаған, ә бына 28-ендә 4 баллы етди магнит дауылы көтөлә. Хроник сирҙәре булған кешеләр ҡурҡыныс аҫтында (сирҙәрҙең көсәйеүе мөмкин). Ай 29-30 июндәге тыныс көндәр менән тамамланасаҡ.
Магнит дауылдары көслө булмағанда, ҡағиҙә булараҡ, кешеләр бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ кисермәй йә иғтибарының тарҡау булыуынан яфалана. Йоҡомһорау, баш әйләнеүе мөмкин. Көслө дауылдар йыш ҡына ҡан баҫымының күтәрелеүенә, ҡуҙғыуға, баш ауыртыуҙарына, йөрәк тибешенең йышайыуына сәбәпсе була.