Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пенсия алды йәшендәгеләргә путевкалар

Билдәле булараҡ, 2001 йылдан Социаль страховкалау фонды (ССФ) эш биреүселәргә страховка иғәнәләренең 20 процентына тиклемен производствола имгәнеүҙәрҙе һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса иҫкәртеү сараларына бүлә ине. 2019 йылдан – 30%.

Эш биреүселәргә ССФ аҡса бүлгән саралар исемлегенә яңы пункт өҫтәлде. Ҡыҫҡаһы, һүҙ хаҡлы ялға сығырға биш йыл һәм унан да әҙерәк ваҡыт ҡалған хеҙмәткәрҙәрҙе шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү хаҡында бара. Был яңы йүнәлешкә ойошмалар производстволағы бәхет-һеҙлек осраҡтарынан һәм һөнәри сир-ҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау суммаларының өҫтәмә 10 йәиһә бөтә 30 процентын да йүнәлтә ала.

Быйыл РФ ССФ-ның БР буйынса төбәк бүлексәһе республикала теркәлгән эш биреүселәргә һөнәри хәүефтәрҙе ҡыҫҡартыу буйынса иҫкәртеү сараларына 435 млн һум бүлеүҙе планлаштыра, һәм яңылыҡтарҙы иҫәпкә алып, был былтырғы сумманан бер ярым тапҡырға күберәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йылда 295,7 млн һум бүленгәйне, программала 3075 ойошма ҡатнашты.

ССФ средстволары иҫәбенә предприятиелар хеҙмәт шарттарына махсус баһа үткәрә, ваҡыты-ваҡыты менән хеҙмәткәрҙәрен медицина тикшереүе үтергә ебәрә, хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡыта, индивидуаль һаҡланыу саралары, аптечкалар, алкотестер, алкометр, тахограф кеүек приборҙар һатып ала, шулай уҡ зыянлы шарттарҙа мәш-ғүл булған хеҙмәткәрҙәрен шифахана-курорт дауалауына ебәрә ала.

Иғтибар итегеҙ, элекке исемлектә шулай уҡ шифахана-курорт дауалауы бар, ләкин тик зыянлы шарттарҙа эшләүселәр өсөн генә. Яңылыҡ программала ҡатнашыусы предприятиелар исемлеген шаҡтай киңәйтә, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең күберәген сәләмәтләндерергә ярҙам итәсәк. Бары тик ССФ-ҡа ваҡытында мөрәжәғәт итеп өлгөрөргә генә кәрәк. Мөрәжәғәт итеү сроктары һәм шарттары элеккесә ҡал-ған – 1 авгусҡа тиклем. Шуға айырым иғтибар иттерәбеҙ: сараларҙың элекке исемлегенә элеккесә үк страховка иғәнәләренең 20 процентҡа тиклемен йүнәлтеү рөхсәт ителгән.

Финанслау программаһы маҡсатлы, йәғни эш биреүселәр Фонд средстволарын башҡа ихтыяждарға ебәрә алмай, был, һис шикһеҙ, хеҙмәткәр файҙаһына эшләй.

Мәсетле районында 90 ойошманың, шул иҫәптән “Ленинский” АПК-һының ССФ средстволарын иҫкәртеү сараларына файҙаланыу мөмкинлеге бар.

Әгәр ойошмала 100-ҙән кәмерәк кеше эшләһә, иҫәп өсөн һуңғы 3 йылдағы страховка иғәнәләре суммаһы алына. Әгәр ҙә инде ойошмалар күр- һәтелгән осор эсендә иҫкәртеү сараларын финанслауҙы һорап мөрәжәғәт итмәһә.

Ғариза һәм кәрәкле документтар пакеты менән РФ Социаль сраховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһенә йәки уның филиалдарына мөрәжәғәт итегеҙ. Консультация өсөн телефон: 8 (347) 255-95-33.

Башҡортостан Социаль страховкалау фонды.