– Баҙарҙа теркәлмәгән һәм ветеринария хеҙмәте тарафынан контролдә булмаған, төрлө урындарҙан йыйылған йомортҡаларҙы баҫтырған инкубатор-ҡошсолоҡ станцияларынан, бәләкәй шәхси инкубаторҙарҙан алынған бәпкәләрҙең һатылыуы ихтимал. Өҫтәүенә, намыҫһыҙ һатыу- сыларҙың сирҙәргә ҡаршы эшкәртелмәгән бәпкәләр һатыуы мөмкин. Күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн бәпкәләрҙе ҡошсолоҡ предприятиеларының үҙенән йәки дәүләт ветеринария хеҙмәте контроле аҫтында булған баҙарҙан, махсус бүленгән урындарҙан алырға кәрәк.
Ҡошто һатып алыр алдынан уның тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итергә кәрәк. Сәләмәт бәпкәләр сирлеләренән айырылып тора: улар шәптәр, хәрәкәтсәндәр, тауышҡа иғтибар итәләр, йөндәре тигеҙ, ялтырап тора, аяҡтары ныҡ, күҙҙәре асыҡ, ялтырап тора, баштары ҙур, ҡанаттары киң, тәндәренә ятып тора. Күкрәк һөйәге киле тығыҙ, эсе йомшаҡ, кендеге ябылған, ҡан эҙе юҡ, клоакаһы таҙа, ал төҫтә.
Һатып алыусы тағы ла бер нәмәне белергә тейеш: һатып алынған ҡоштоң тышҡы ҡиәфәте генә түгел, ветеринария хеҙмәтенән алынған документы: 4-се формалағы ветеринария белешмәһе йәки 1-се формалағы ветеринария таныҡлығы булыуы ла мөһим. Был документтарҙа таныҡлыҡтың хужаһы булып торған юридик ойошманың йәки физик шәхестең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, ҡоштоң тоҡомо (кросс), нисә баш булыуы, йәше, алынған урындың адресы, ерлектең эпизоотик именлеге күрһәтелә.
Алғас инде, артабан дөрөҫ туҡландырыу, ҡарау ҙур әһәмиәткә эйә. Йорт ҡоштары һатып алыр алдынан ветеринария дарыуханаларынан етерлек витаминдар, пробиотиктар, антибиотиктар алып ҡуйығыҙ.
Әгәр ҡоштар күпләп үлә башлай икән, шунда уҡ ветеринария хеҙмәте белгесенә мөрәжәғәт итергә һәм үлгән ҡошто ветлабораторияға килтерергә кәрәк, ә ташларға һәм күмергә түгел. Белгестәр килеп тыуған эпизоотик хәлде баһалаясаҡ, сәбәбен асыҡлаясаҡ, дауаларға һәм сирҙәрен иҫкәртергә ярҙам итәсәк.
Хәүефле сирҙәрҙе, шул иҫәптән әлеге мәлдә Силәбе өлкәһе менән Татарстан Республикаһында теркәлгән ҡош киҙеүен республика территорияһына индермәү маҡсатында ветеринария станциялары белгестәре дәүләт ветеринария инспекторҙары менән берлектә санкцияланмаған ҡоштарҙы индереүҙе контролдә тота.