Бөтә яңылыҡтар

Хәтер юлы

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһындағы изге иҫтәлекте һаҡлап ҡалыу һәм мәңгеләштереү маҡсатында Мәскәү өлкәһендәге “Патриот” паркында Ҡораллы көстәрҙең төп ғибәҙәтханаһы эргәһендә “Хәтер юлы” тарихи-мемориаль комплексының уникаль интерактив галереяһы булдырыла.

Юл буйында стенала заманса технологияларҙы файҙаланып, 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һуғышҡандарҙың барыһының да фотоһүрәттәре урынлаштырыласаҡ.

Рәсәй Федерацияһы оборона министрының ҡушыуы буйынса РФ Ҡораллы көстәренең төп ғибәҙәтханаһын төҙөү буйынса художестволы совет йомғаҡтары буйынса 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сылар тураһында дөрөҫ материалдар эҙләү һәм уларҙы системалаштырыу буйынса эш ойошторол- ған.

Башҡортостан Республикаһының Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссариаты тарафынан ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән берлектә Мәсетле районы территорияһында йәшәгән һәм йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр йыйыу бойомға ашырыла.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы туғандары тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырырға теләгән район кешеләре йәшәгән урындары буйынса ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итә ала.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы тураһындағы мәғлүмәттә уның хәрби званиеһы, фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме, тыу-ған датаһы һәм урыны, һуғышҡа алыныу датаһы һәм ниндәй хәрби комиссариат тарафынан алыныуы, һәләк булыу (үлеү) датаһы, наградланыуы тураһындағы мәғлүмәттәр һәм фотоһы күрһәтелергә тейеш.

Р. ФӘТИХОВ,

БР Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссары.