Ошоноң менән бәйле закондар сығарыусы эшҡыуарҙарҙың финанс көсөргәнешен кәметергә ҡарар иткән һәм 2017 йылдың 27 ноябрендәге “Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының икенсе өлөшөнә үҙгәрештәр индереү тураһында” 349-ФЗ һанлы Федераль закон менән алдан билдәләнгән килемгә берҙәм һалым рәүешендәге һалым һалыу системаһын һәм һалым һалыуҙың патентлы системаһын ҡулланыусы шәхси эшҡыуарҙар өсөн ККТ һатып алыу буйынса сығымдар суммаһына ККТ-ның һәр данаһына 18 мең һумдан артмаған күләмдә һалым ҡайтармаларын файҙаланыу хоҡуғын иҫәпкә алған.
Шуның менән бергә ККТ һатып алыуға сығымдарға ККТ-ның үҙен һәм фискаль туплағысты (чипты) һатып алыуға, кәрәкле программа тәьминәтен һатып алыу-ға, онлайн-кассаны көйләү хеҙмәттәренә һәм башҡа сығымдар инә.
Ләкин һалым ҡайтармаһын алыу өсөн түбәндәге шарттарҙың үтәлеүе кәрәк:
- һатып алыныусы онлайн-касса ККТ реестрына индерелгән һәм фискаль мәғлүмәттәр операторына касса чектарын тапшырыу режимын тоторға тейеш;
- ККТ 2017 йылдың 1 февраленән 2019 йылдың 1 июленә тиклем һалым органында теркәлгән булырға тейеш.
Шуныһы мөһим: ялланып эшләүсе хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеп ваҡлап сауҙа итеү һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған шәхси эшҡыуарҙар ККТ-ларын 2017 йылдың 1 февраленән 2018 йылдың 1 июленә тиклем теркәргә тейеш ине.
ККТ ҡулланыу ваҡыты 2019 йылдың 1 июленән башланасаҡ шәхси эшҡыуарҙар өсөн контроль-касса техникаһын әлеге датаға ҡәҙәр теркәргә кәрәк.
Ошоноң менән бәйле касса техникаһын әле хәҙер үк теркәргә һәм һалым ҡайтармаһына хоҡуҡтан файҙаланырға кәңәш итәбеҙ.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара инспекцияһы 2019 йылдың 1 июленән хужалыҡ эшмәкәрлегенең түбәндәге субъекттары ККТ ҡулланырға бурыслы икәнлеген иҫкә төшөрә:
1) алдан билдәләнгән килемгә берҙәм һалымдағы, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәре булмаған, һалым һалыныуҙың патентлы сис-темаһын ҡулланыусы шәхси эшҡыуарҙар;
2) халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар;
3) йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн транспорт сараһы салонында йөрөү документтары (билеттар) һәм талондар һат-ҡан ваҡытта ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар;
4) капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе лә индереп, торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡабул иткәндә, алдан түләү һәм (йәки) аванстарҙы иҫәпкә алған һәм кире ҡайтарған ваҡытта, та- уарҙар, эштәр, хеҙмәттәргә түләү өсөн заемдар биргән ваҡытта ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар;
5) сауҙа автоматтары файҙаланып, ялланып эшләүсе хеҙмәткәрҙәрһеҙ сауҙа итеүсе шәхси эшҡыуарҙар.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы