Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
18 Апрель 2019, 12:03

“Работа в России” порталы

Мәсетле районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге РФ Хөкүмәтенең 2015 йылдың 25 авгусындағы 885-се ҡарары менән “Работа в России” дөйөм Рәсәй вакансиялар базаһы мәғлүмәт-аналитик системаһын формалаштырыу, алып барыу һәм модернизациялау ҡағиҙәләренең раҫланыуы тураһында граждандар һәм эш биреүселәрҙең иҫенә төшөрә.

“Работа в России” порталының электрон адресы – www.trudvsem.ru .

Был сайт граждандарға йәшәгән урындары буйынса ла, Рәсәйҙең башҡа төбәгендә лә эш табырға ярҙам итәсәк. Ә эш биреүселәр үҙҙәрендә булған вакансияларын урынлаштыра һәм порталда урынлаштырылған резюмеларҙы ҡарап, үҙ аллы персонал эҙләй һәм һайлай аласаҡ.

Порталда – халыҡ мәшғүллектәре үҙәктәре, эш биреүселәр, шулай уҡ эш эҙләү менән шөғөлләнеүсе төрлө интернет-ресурстар вакансиялары. Граждандар яҙылып, үҙҙәре өсөн ярашлы вакансиялар таба ала. Башҡа төбәктәрҙә эш тапҡандар өсөн портал эш биреүсе менән бәйләнешкә инергә һәм дистанцион рәүештә әңгәмә үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.

“Работа в России” порталының бөтә инфраструктураһы дәүләт хеҙмәттәре порталы менән бәйләнгән. Бында РФ субъекттары халыҡ мәшғүллектәре үҙәктәренең контакттары бар. Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү бер нисә минутты аласаҡ. Электрон почта адресы йәки кеҫә телефоны һандары талап ителәсәк.