Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
10 Апрель 2019, 16:07

Магнит дауылдары

Апрелдә магнит дауылдары әллә ни оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ.

Дөйөм алғанда ай дауамында ни бары дүрт хәүефле осор буласаҡ, ләкин ул метеорологик бәйле кешеләргә борсолорға кәрәкмәй, тигән һүҙ түгел. Хатта бер генә көслө магнит дауылының да, ай дауамындағы көсһөҙ магнит дауылдарына ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ зыян килтерергә мөмкин икәнлеген оноторға ярамай. Тап шуның өсөн, әгәр һеҙ тәбиғәттәге ниндәйҙер үҙгәрештәрҙе ауыр кисерәһегеҙ икән, быға алдан әҙерләнегеҙ.

Айҙың тәүге магнит дауылдарын Башҡортостан кешеләре 1-ндә һәм 7-дә үткәрҙе лә инде.

Киләһе магнит дауылын 18 апрелдә көтөргә кәрәк. Ул ошо айҙағы иң көслөһө буласаҡ. Магнит дауылы артыҡ оҙайлы булмаясаҡ, ләкин унан һуң 3 тәүлек буйына аяҡҡа баҫырға тура киләсәк. Ул нигеҙҙә хроник сирҙәрҙән яфаланыусыларға ҡағыла.

Һуңғыһы 20 апрелдә көтөлә. Эксперттарҙың һүҙҙәренсә, магнит дауылы ярайһы уҡ көсһөҙ буласаҡ, әммә эшмәкәрлек өсөн – уңышһыҙ.

(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).