Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
19 Март 2019, 16:09

Интернет буйынса балалар лагерына

Мәсетлеләрҙең интернет аша балаларын ял иттереү һәм сәләмәтләндереүгә исемле сертификат алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Уны “Башҡортостан Республикаһының ял һәм сәләмәтләндереү өлкәһендәге хеҙмәттәргә мохтаж һәм унан файҙаланыусы балалар, үҫмер- ҙәре иҫәбен алыуҙың берҙәм системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһы буйынса алырға мөмкин.

Сертификат йылына бер тапҡыр Башҡортостан территорияһында юридик теркәлгән предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең 6-нан 15 йәшкә тиклемге (һуңғыһын да индереп) балаларына йылына бер тапҡыр бирелә.

Ата-әсә (законлы вәкил) үҙ аллы лагерҙы, сменаны һайлап, балаһын ял иттереүгә һәм сәләмәтләндереүгә заявка бирә ала.

Сертификат алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Ата-әсәләргә rest.edu-rb.ru сайтына инеп теркәлергә (e-mail, исем-фамилияһы, телефоны, пароль булдырырға), “Электронное распределение сертификатов в оздоровительные учреждения Республики Башкортостан” категорияһын һайларға. Вәкәләтле муниципаль органға (артабан – УМО, мәғариф бүлегенә) эш урынынан белешмә килтереп бирергә.

Заявканы предприятиелар ҙа бирә ала. Бының өсөн предприятие вәкиленә үҙ предприятиеһын әлеге системала теркәргә һәм уны теркәүгә заявка бирергә кәрәк (УМО вәкиле кабинетына).

Муниципаль орган теркәүгә заявканы раҫлағандан һуң, шәхси кабинетында вәкил предприятие паспортын тултыра (атамаһы, ИНН, Е-mail, телефон, адрес, исем-фамилияһы һәм предприятие вәкиленең бәйләнеш телефоны) һәм хеҙмәткәрҙәре балаларын теркәй (исем-фамилия, тыуған йылы, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ (паспорт) мәғлүмәттәре, СНИЛС, законлы вәкиленең исем-фамилияһы һәм телефон номеры).

Әгәр заявканы хуплаһалар, ул саҡта лагерҙа заезд башланғансы предприятие (йәки ата-әсә) путевка өсөн ата-әсә иғәнәһен түләй, шунан һуң вәкәләтле муниципаль орган лагерь иҫәбенә субвенция иҫәпләп яҙа.

Тулы мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-09 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Район мәғариф бүлеге.