* Мин пенсионер. Үҙем районда теркәлгәнмен, әммә ваҡытлыса Өфөлә балаларымда йәшәйем. Былтыр ер һаттым. Декларацияны тултыра алманыҡ, өй эргәһендәге һалым инспекцияһына килгәйнек, үҙемдең районда һалым инспекцияһына тапшырырға кәрәк, тинеләр. Ҡайтып килергә йыраҡ, Өфөлә ҡайһы инспекцияға декларация тапшыра алам?
– Һалым декларацияһы йәшәгән (теркәлгән) урын буйынса һалым органына тапшырыла. Әммә, Һеҙ теркәлгән урындан алыҫ йәшәһәгеҙ, декларацияны Башҡортостан Республикаһының теләгән бер күп функциялы үҙәге аша бирә алаһығыҙ. Шулай уҡ уны, традицион алымды ҡулланып, почта аша ебәрергә мөмкин.
* Былтыр фатирымды ҡуртымға тапшыра башланым. Унан алынған килем буйынса 30 апрелгә тиклем һалым декларацияһы тапшырырға кәрәк, тип ишеткәйнем. Мин вахта ысулы менән Башҡортостандан ситтә эшләйем һәм оҙаҡ ваҡыт өйҙә булмайым. Декларацияны нисек тапшыра алам?
– 3-НДФЛ формаһы буйынса килем тураһында декларацияны www.nalog.ru адресы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында “Личный кабинет для физических лиц” интернет-сервисы аша электрон формала йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тултырып ебәрергә мөмкин. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн теләгән бер һалым инспекцияһына паспорт менән мөрәжәғәт итергә йәки Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында раҫланған ҡулланыусылар өсөн яҙыу ярҙамында. Үҙ инспекцияғыҙға декларацияны почта аша ла ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ күп функциялы үҙәктең теләгән бер бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә була.
* Һалым ҡайтармаһын йыл тамамланғанын көтөп тормай һәм һалым декларацияһы тапшырмай бер айҙа ҡайтарырға мөмкин, тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?
– Эйе, шулай. Социаль һалым ҡайтармаһын, шул иҫәптән дауаланған, уҡыған өсөн ҡайтарманы сығымдар киткән календарь йыл тамамланғансы үҙегеҙҙең эш биреүсегеҙҙән алырға мөмкин. Торлаҡ алған мәлдә киткән сығымдар буйынса милек ҡайтармаһын да шулай алырға була. Бының өсөн ҡайтармаға хоҡуҡты раҫлау тураһында ғариза һәм уны алыуға хоҡуҡты раҫлаған документтар менән йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. 30 календарь көн дауамында Һеҙ ҡайтармаға хоҡуҡты раҫлау тураһында һалым инспекцияһынан белдереү ҡағыҙы аласаҡһығыҙ. Уны ирекле яҙылған ғариза менән бергә эш биреүсегә тапшырырға кәрәк.
* Балаларҙы уҡытҡан өсөн түләүҙән һалымды кире ҡайтарырға инде бер нисә йыл һалым декларацияһы тултырам. Ҡайтарманы раҫлау өсөн кәрәкле документтар, шулай уҡ декларацияның ҡайһы бер юлдарын тултырыу менән бәйле һорауҙар тыуып тора. Һалым инспекцияһына барып тормай ғына берәй ҡайҙа тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкинме?
– Һалым ҡайтармаларын алыу менән бәйле тулыраҡ мәғлүмәт, декларация тултырыу өлгөләре менән www. nalog.ru адресы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин. Бының өсөн ошондай һылтанмалар буйынса үтергә: “Физические лица”/”Меня интересует”/”Получение налогового вычета”.
Бынан тыш, тулы мәғлүмәтте телефон аша алырға мөмкин. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте контакт-үҙәгенең берҙәм бушлай телефон һаны: 8-800-222-22-22, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының “Ҡыҙыу линия” һы: 8 (347) 226-38-00.
* Фатир һатып алырға йыйынам, һатыусы килешеүҙә 1 млн һум тип күр-һәтергә һорай. Шулай иткәндә, ул һуңғы биш йыл эсендә алынған торлаҡты һатҡан өсөн 13% һалым түләүҙән ҡотолоп ҡалам, ти. Был шулаймы?
– Һатыусы һалым түләүҙән ҡотолоп ҡала алмаясаҡ. 2016 йылдың 1 ғинуарынан һуң һатып алынған һәм мөлкәттә биш йылдан кәм булған күсемһеҙ милекте һатыуҙан алынған килемдәр 2016 йылдың 1 ғинуарынан һатылған объекттың 0,7-гә ҡабатланған кадастр хаҡына тиңләнә. Был осраҡта граждандарҙың һалым һалынырға тейешле килеме ҙур сумма булып тора. Фатирҙы һатыуҙан килем уның кадастр хаҡының 70 процентынан кәмерәк булһа, һалым һалынырға тейешле килем булып кадастр хаҡының 70 проценты иҫәпләнә, ә һеҙҙең килешеүҙәге сумма түгел.
* Миңә әбейем фатир бүләк итте. Һалым түләргә тейешменме?
– Әгәр Һеҙгә фатирҙы яҡын туғанығыҙ бүләк итһә, һалым түләмәйһегеҙ. Закон буйынса яҡын туған булып ир менән ҡатын, ата-әсә, олатай, өләсәй, ейән, ағай-ҡусты, апай-һеңле һәм баш-ҡалар иҫәпләнә.
Әгәр фатирҙы закон буйынса яҡын туған булып тормаған кеше бүләк итһә (һеҙҙең осраҡта кеүек), уның баҙарҙағы хаҡының 13 проценты күләмендә һалым түләргә тура киләсәк.
* Мин йәшәгән ауылда һалым инспекцияһы юҡ. Һалым буйынса бурысыңды инспекцияға мөрәжәғәт итмәйенсә тороп та белеп була, тип әйткәйнеләр. Ҡайҙа мәғлүмәт алырға мөмкин?
– Бурыс тураһында һалым органынан тыш яҡындағы күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп, www.gosuslugi.ru адресы буйынса Дәүләт хеҙмәттәре сайты ярҙамында, “Личный кабинет налогоплательщика для физических лиц” интернет-сервисы аша, 8 (347) 226-38-00 “Ҡыҙыу линия” телефоны ярҙамында БР буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығынан белергә мөмкин.