“Беҙҙең бүлексә интернет аша 5 йыл ғәмәлдә буласаҡ иҫке өлгөләге сит ил паспорты әҙерләүгә ғаризалар ҡабул итә. Ғаризаны электрон формала ебәреү өсөн гражданға башта
www.gosuslugi.ru адресы буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында шәхси кабинетта теркәлергә кәрәк. Унда үҙегеҙҙең персональ мәғлүмәттәрегеҙҙе: фамилия, исем-шәрифегеҙҙе, өй адресын, кеҫә телефоны һандарын, электрон почта адресын, ИНН, СНИЛС һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе күрһәтергә. Шулай итеп, һеҙ шәхси кабинетта тәүге теркәлеүҙе үтәһегеҙ.