Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
18 Февраль 2019, 16:06

Беренсе класҡа документтар ҡабул итеү башланды

2019-2020 уҡыу йылында районыбыҙҙың белем биреү йорттары 350-гә яҡын уҡыу-сыны беренсе класҡа алырға әҙер.

Беренсе класҡа барыусыларҙың ата-әсәләре иғтибарына!

Балалар баҡсаһынан сыҡҡанда ниндәй кимәлдә әҙер булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпкә барыу һәр кескәй бала өсөн һынылыш осоро булып тора. Ул мәктәпкә өйрәнеп китһен өсөн ата-әсәләрҙең иғтибары һәм ярҙамы мөһим. Баланы мәктәпкә нисек әҙерләргә?

1. Мәктәпкә психологик әҙерлек. Баланың мәктәпкә психологик яҡтан әҙерлек кимәле уның уҡырға теләгендә сағыла. Әгәр балағыҙ тирә-яҡ мөхит менән әүҙем ҡыҙыҡһына, уға үҙе яуаптар эҙләй, йәки ололарҙан аңлатыуҙарын көтә икән, был ынтылыш мәктәптә уҡыу өсөн кәрәкле нигеҙ булып тора. Әгәр балағыҙ яңы кешеләр менән бәйләнешкә инә, ололар һәм балалар менән еңел аралаша белә икән, уға яңы шарттарға, яңы кешеләргә өйрәнеп китеү еңелерәк буласаҡ. Әгәр мәктәпкә барыуынан ғорурлыҡ тойғоһо кисерһә, мәктәптә шөғөлләнеүенең файҙалы эшмәкәрлек икәнлеген аңлаһа, тимәк, ул алда осраясаҡ ҡаршылыҡтарға әҙер.

2. Бынан тыш, баланың ихтыр көсө үҫешергә тейеш. Әгәр ул үҙ теләктәрен аңлай, маҡсат ҡуя, маҡсатына ирешкәс, артабанғы ғәмәлдәрен планлаштыра белә, оҙаҡ шөғөлләнергә әҙер, үҙенең эш урындарын ойоштора һәм унда тәртип һаҡлай белә, башлаған эшен ахырынаса еткерә белә икән, ул класс шарттарында уҡыуға әҙер.

3. Һәм, ниһайәт, мәктәп программаһын яҡшы үҙләштереү өсөн интеллектуаль яҡтан әҙерлек кәрәк. Ниндәйҙер кимәлдә белемгә эйә булмайынса һәм ҡайһы бер эштәрҙе башҡара белмәйенсә тороп, мәктәптә бирелгән белемде үҙләштереү ҡыйынға төшәсәк. Беренсе класҡа барасаҡ баланың тирә-яҡ мөхит тураһында системаға һалынған белеме булырға, уларҙы ҡуллана белергә тейеш. Мәктәпкәсә йәш осоро ахырына баланың телмәр мәҙәниәте формалаша, ул өндәрҙе дөрөҫ һәм асыҡ итеп әйтә, һөйләмдәр төҙөй, ишеткәнен һөйләп бирә белә.

4. Әлбиттә, улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың сәләмәтлек торошо ҙур әһәмиәткә эйә. Дәрес дауамында ултырыу, дәрестәр тамамланғансы түҙеү өсөн физик әҙерлектең етерлек булыуы мөһим.

5. Хәрәкәт координацияһын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Әгәр балағыҙ физик күнекмәләрҙе башҡара белә, ҡул мускулдары яҡшы үҫешкән икән, яҙғанда ҡул суғы төшкән көскә сыҙаясаҡ.