Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
11 Ғинуар 2019, 11:41

Республикала йәшәүселәргә киләһе оҙайлы ялдар тураһында иҫкә төшөрҙөләр

Оҙайлы яңы йыл каникулдары тамамланды, ә сиратта Башҡортостан халҡын йәнә байрам көндәре көтә. 2019 йылдың март һәм май айҙарында граждандар, дөйөм алғанда, 12 көн ял итә. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләүгә бәйле 8 марттан 10-ына тиклем ял. Майҙа республика халҡы Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан — 1-енән 5-енә, ә Еңеү көнөндә 9-ынан 12-һенә ҡәҙәр ял итә.



«Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында түбәндәге ял көндәре: шәмбе 5 ғинуарҙан — кесаҙна 2 майға, йәкшәмбе 6 ғинуарҙан — йома 3 майға һәм шәмбе 23 февралдән — йома 10 майға күсерелде», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт Министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Республикала йәшәүселәргә уңайлы булһын өсөн «Башинформ» агентлығы байрам көндәре календарын әҙерләне.