Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
25 Декабрь 2018, 13:00

Рәсәй Почтаһы байрам көндәрендәге эш режимы тураһында хәбәр итә

29 декабрҙә Башҡортостандың почта бүлексәләре эш ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡартып, дүшәмбе графигы, 30-нда билдәләнгән эш графигы, ә 31-ндә шәмбе графигы буйынса эшләйәсәк.

2019 йылдың 1, 2 һәм 7 ғинуары бөтә республика буйынса почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял көнө булып тора, был көндәрҙә почта аша ебәрелгән нәмәләр, ваҡытлы баҫмалар алмашынмай һәм таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай.

3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләйәсәк.

Пенсиялар һәм пособиеларҙы, почта аша ебәрелгән нәмәләрҙе һәм ваҡытлы баҫмаларҙы өҙлөкһөҙ һәм ваҡытында таратыу өсөн күп кенә ауыл почта бүлексәләренә башҡа эш режимы билдәләнергә мөмкин. Байрам көндәрендә пенсия һәм пособиеларҙы таратыу РФ Пенсия фондының республика бүлексәһе менән яраштырыу буйынса бойомға ашырыла. “Телефон номеры” конкурсы өсөн һуңғы һандар – бер һәм алты.

Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһынан файҙаланыусылар эш графигын оператив рәүештә аныҡлай йәки картала яҡындағы асыҡ почта бүлексәһен таба ала. Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһынан iOS, Android, Windows Phone платформалары нигеҙендәге мобиль ҡоролмалар файҙалана ала.


Мәғлүмәти белешмә


Рәсәй Почтаһы – федераль почта операторы, РФ-тың стратегик предприятиелары исемлегенә инә. Бөтә ил буйынса 42 мең бүлексәне үҙ эсенә ала һәм иң ҙур хеҙмәт коллективтарының береһе – 350 мең самаһы почта хеҙмәткәрен берләштерә.


Башҡортостан Федераль Почта элемтәһе идаралығы – “Рәсәй Почтаһы” унитар предприятиеһы филиалы. Филиал составына 25 почтамт, магистраль сорттарға бүлеү үҙәге һәм автобаза инә. Почта элемтәһе хеҙмәттәрен 1280 бүлексә күрһәтә, шуларҙың 1030-ы – ауыл ерендә, 3 күсмә бүлексә эшләй. Почта элемтәһе хеҙмәттәре менән төбәктең барлыҡ торама пункттары ла солғап алынған. Бөгөн филиалда 9,5 мең самаһы кеше хеҙмәт итә. Башҡортостан Федераль Почта элемтәһе идаралығы – “Рәсәй почтаһы” унитар предприятиеһы филиалы халыҡҡа 80-дән ашыу төр почта, финанс һәм мәғлүмәт-коммуникация хеҙмәттәре күрһәтә.