Мәсетле тормошо
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
5 Декабрь 2018, 13:04
Һуңғы сиккә еткермәгеҙ – коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгеҙ!
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр (ТКХ) өсөн түләмәү проблемаһы актуаллеген юғалтмай.
Намыҫһыҙ ҡулланыусылар тарафынан йыйылған суммалар – ул алып еткерелмәгән аҡсалар. Ә уларҙы ҡорамалдарҙы модернизациялауға, туҙған селтәрҙәрҙе алмаштырыуға ебәрергә мөмкин булыр ине, үҙ сиратында, был халыҡтың йәшәү сифатын күтәрергә мөмкинлек бирер ине. Шуның менән бергә бынан халыҡты яҡтылыҡ, газ, һыу менән тәьмин итеүсе ойошмалар ғына түгел, ә намыҫлы түләүселәр ҙә зыян күрә. ТКХ һәм ТЭК (яғыулыҡ-энергетика комплексы) файҙаһына бурыстарын түләтеүгә ҡағылышлы башҡарыу эштәре айырым һәм мөһим категорияны тәшкил итә, шуға күрә ведомствоның айырым контролендә.
Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәр-ҙәре граждандарға бурыстарын закон менән билдәләнгән мөҙҙәттә ваҡытында һәм ведомствоның ныҡышмалы ҡатнашлығынан тыш түләргә кәңәш итә. Бурыстары булғандар суд приставтарының уларҙы ҡаплау маҡсатында суд ҡарары буйынса уларҙың кредит ойошмаларындағы иҫәптәренән аҡсаларын алырға, килемдәренән (пенсия, эш хаҡы) тотоп ҡа- лырға, мөлкәттәрен (автотранспорт, күсемһеҙ милек, башҡа мөлкәт) тартып алырға, түләмәүсенең РФ-тан ситкә сығыу хоҡуғын сикләргә мөмкин икәнлеген аңларға тейеш. Суд приставы талаптарын үтәмәгән өсөн административ яуап-лылыҡ ҡаралған.
БЕЛЕШМӘ:
2018 йылдың 11 айында Мәсетле районының суд приставтары бүлегендә ТКХ һәм ТЭК файҙаһына 1015000 һум күләмендәге бурыстарын түләтеү тураһында 150 башҡарыу эше булған. 948 мең һумдан ашыуы түләтелгән. 2018 йылдың 11 айында Мәсетле районында суд приставтары бүлеге тарафынан башҡарыу эштәренә ярашлы ТЭК һәм ТКХ файҙаһына 200 мең һумдан ашыу суммаға арест һалынған, 14 протокол төҙөлгән.
Тәғәйен башҡарыу эштәренә ҡағылышлы кәрәкле мәғлүмәтте ведомствоның
http://r02.fssprus.ru/
сайтында белергә һәм шунда уҡ бурыстарҙы түләргә мөмкин.
Суд приставтары бүлеге.
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы