Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
7 Ноябрь 2018, 16:01

Һалым түләргә ваҡыт

2017 йыл өсөн милек һалымдарын түләү мөҙҙәте – 2018 йылдың 3 декабренә тиклем

Һалым һалыныу объекты булып нимәләр тора?

Бүлмәләр, фатирҙар, торлаҡ йорттар, биналар, дачалар, гараждар, машина ҡуйыу урындары, төҙөлөп бөтмәгән объекттар, башҡа биналар, ҡаралтылар, ҡоролмалар, ер участкалары, транспорт саралары.

Һалымдарҙы кемдәр түләй?

Һалым физик шәхестәр – һалым һалыныу объекттары хужаларына һалына.

Һалымдарҙы нисек түләргә?

1. www.nalog.ru сайтында Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең электрон сервистары ярҙамында:

• “Заплати налоги”;

• “Личный кабинет для физических лиц”.

2. Түләү документтары буйынса:

• һалым ҡағыҙына ҡушып һалынған квитанция буйынса;

• үҙ аллы формалаштырылған квитанция буйынса (“Заполнить платежное поручение” электрон сервисы ярҙамында йәки ҡулдан).

Һалым ҡағыҙҙары ебәрелмәй.

1. Әгәр һалым органдары тарафынан иҫәпләнгән һалымдарҙың дөйөм суммаһы 100 һумдан аҙыраҡ булһа;

2. Әгәр Һеҙ дөйөм майҙаны һалым ҡайтармаһы ҡануниәте менән ҡаралған күләмдән бәләкәйерәк торлаҡ объекты (өй, фатир, бүлмә) хужаһы булһағыҙ (торлаҡ өй өсөн – 50 кв. м, фатир – 20 кв. м, бүлмә – 10 кв. м);

3. Әгәр Һеҙ льгота бирелеү менән бәйле һалым түләүҙән азат ителгән булһағыҙ.

Әгәр һалым ҡағыҙы алынмаһа йәки унда дөрөҫ булмаған мәғлүмәт булһа нимә эшләргә?

Мотлаҡ рәүештә теләгән бер уңайлы ысул менән объекттар урынлашҡан ер буйынса һалым органына мөрәжәғәт итергә:

• “Личный кабинет налогоплательщика для физических лиц” аша;

• “Обратиться в ФНС России” сервисы аша;

• почта аша мөрәжәғәт ебәрергә;

• Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте бәйләнеш үҙәгенең берҙәм 8-800-222-22-22 бушлай телефон номеры буйынса;

• Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы “ҡыҙыу линия”һы телефонына – +7 (347) 226-38-00;

• шәхсән (законлы йәки вәкәләтле вәкил аша).

Әгәр 2017 йыл өсөн һалымдарҙы 2018 йылдың 3 декабренә тиклем түләмәһәң ни була?

2018 йылдың 4 декабренән һалымдың түләнмәгән суммаһы недоимкаға әйләнә һәм һалым органдары көн һайын уға РФ Үҙәк Банкы рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пенялар өҫтәйәсәк, шулай уҡ мәжбүри түләтеү сараларын күрәсәк.

Һалымдарҙы түләп, беҙ Башҡортостан Республикаһын үҫтереүгә өлөш индерәбеҙ



Һалым хеҙмәте һалым түләүсе физик шәхестәр өсөн “Асыҡ ишектәр” көндәре уҙғара

Улар 2018 йылдың 9-10 ноябрендә Рәсәйҙең барлыҡ территориаль һалым инспекцияларында ла үтәсәк.

9 ноябрҙә (йома) – 9.00-дән18.00-гә тиклем.

10 ноябрҙә (шәмбе) – 10.00-дән 15.00-гә тиклем.

Сара барышында теләгәндәрҙең барыһы ла милек һалымдары һәм физик шәхестәр килемдәренә һалымдар буйынса һалым белдереүҙәрен үтәү тәртибе тураһында күберәк белә аласаҡ.

Һалым хеҙмәте белгестәре ниндәй ваҡыт эсендә, кемдәрҙең һалым түләргә тейешлеге, тәғәйен муниципаль берәмектә ниндәй ставкалар һәм льготалар ҡулланылыуы тураһында ентекләп һөйләйәсәк, шулай уҡ һалым һалыныу темаһы буйынса граждандарҙың башҡа һорауҙарына яуап бирәсәк.

Теләгәндәрҙең барыһы ла Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Личный кабинет налогоплательщика для физических лиц” интернет-сервисында теркәлеү процедураһын үтә аласаҡ. Үҙегеҙ менән шәхесегеҙҙе раҫлаусы документ алып килергә кәрәк.