Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
1 Ноябрь 2018, 12:06

Кадастр палатаһы аңлата: күрше ерҙәр хужалары менән ер участкаһы сиктәре тураһында килешеүҙе нисек башҡарырға

Ер участкаһын кадастр иҫәбенә ҡуйыу йәки уны аныҡлау өсөн межалау эшен башҡарырға кәрәк. Кадастр инженеры межа планын, уға ҡушымта итеп сиктәр тураһында килешеү акты эшләй. Акт сиктәш булған күршеләргә ҡултамға ҡуйыу өсөн бирелә.

Белгес межалау мәсьәләһен уртаҡ сиге булған күршеләрҙең һәр береһе менән айырым килешә ала йәки күрше ерҙәр хужалары менән йыйылыш үткәрә. Килешеү мотлаҡ участка хужаһы ҡатнашлығында үтә.

Яҡтарға актҡа ҡул ҡуйыу кәрәклеге (йәки ҡул ҡуйыу-ҙан яҙма баш тартыу биреү) тураһында йыйылышҡа тиклем кәм тигәндә 30 көн ҡал-ғанда хәбәр итәләр.

Хәбәр итеү бары тик яҙма рәүештә башҡарыла: ҡатнашыусы яҡҡа ҡултамғаһын ҡуйҙырыу юлы менән йәки почта аша.

Ҡатнашыусы яҡтың был хатты алыуы тураһында ҡултамғаһы булыуы бик мөһим. Ҡатнашыусы яҡтың ҡайҙалығын билдәләү мөмкин булмағанда (ҡайҙалыр киткән, юғалған, мәғлүмәт юҡ), хәбәр итеү муниципаль гәзиттә баҫтырыу юлы менән ғәмәлгә ашырыла.

Баҫтырыу өсөн шарттар:

1. Гәзит рәсми баҫма булып торорға тейеш (мәғлүмәтте был гәзиттә баҫтырыу юридик көскә эйә булырға тейеш).

2. Баҫма материалда һәм белдереүҙә килешеү актын әҙерләгән кадастр инженеры тураһында, йыйылыш буласаҡ урын һәм ваҡыты тураһында, шулай уҡ участканың урыны (номеры менән) тураһында мәғлүмәттәр булыуы мотлаҡ.

Тейешле кешеләр йыйылышҡа килмәһә, был баҫма мәғлүмәт рәсми баҫтырылып сыҡҡандан һуң, уларҙың ҡултамғалары булыуы кәрәкмәй. Йәғни, хәбәр ителеп тә, әммә яҡтар килмәһә, сиктәрҙе килешеп билдәләү уларһыҙ ғәмәлгә ашырыла һәм законлы тип табыла.

Практикала күршеләрҙең сиктәр тураһында килешеү актына ҡултамғаларын ҡу- йыуҙан баш тартҡан осраҡтары бар. Сиктәш ер хужаһы белдереүҙә тәғәйенләнгән көндә инженер менән осрашыуға килмәһә, бөтөнләй баш тартыуына нигеҙ һәм дәлил килтермәй процедураны үткәреүҙән баш тартһа, белгес алдан межалау үткәрә. Шул уҡ ваҡытта актта бәхәсле ике яҡтың береһе килмәүе тураһында яҙып ҡуйыла. Бынан тыш, межа планы хәбәр итеү тәртибе үтәлеүен раҫлаусы документ менән тулыландырыла.

Әгәр сиктәш ергә бәйле осраҡты хәл итеүҙе теләгән кеше кадастр инженерына уртаҡ сиккә бәйле ҡаршы булыуы тураһында хәбәр итһә һәм ни өсөн ҡаршы булыуын аңлатһа, был осраҡта кадастр инженеры ҡаршы булыуҙы белдергән был ҡағыҙҙы межа планы менән бергә беркетә. Сиктәр килешелгән тип иҫәпләнә алмай. Был осраҡта ер тураһында бәхәс судта ер участкаһы сиктәрен билдәләү тураһында талаптарҙы белдереү һәм суд тарафынан ер экспертизаһы үткәреү юлы менән хәл ителә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса кадастр палатаһының матбуғат хеҙмәте.