Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
30 Октябрь 2018, 17:05

Был аҙнала саралар

1 ноябрҙә үҙәк район китапханаһында Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы уҡыусылары өсөн “Берҙәмлектә – көс” презентацияһы була. 3 ноябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Берҙәмлек байрағы аҫтында” байрам концерты үтәсәк. Сара сәғәт 11-ҙә башлана. Шулай уҡ был көндө ауыл үҙәгендә яңы скверҙы асыу тантанаһы була. 4 ноябрҙә 18.00 сәғәттә – “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, Мәсетле районы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Борис Кустодиевтың картиналары күргәҙмәһен асыу.