Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
16 Октябрь 2018, 19:04

Районканы мин ни өсөн алдырам?

Мәүлиҙә Сибәтова,Оло Ыҡтамаҡ ауылы:- Район гәзитенә гел яҙылам. Минең өсөн, баш-ҡа гәзит уҡыу-сылар өсөн дә ул – район тормошо тураһында берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы. Телевидение, өлкә һәм үҙәк гәзиттәре өлкәләге, илдәге ваҡиғалар тураһында һөйләй. Был мөһим, ләкин үҙебеҙҙең эргәлә ниҙәр булып ятыуы тураһында белешмә бирмәй.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, гәзиткә яҙылыусылар!


Районканы Мәсетле районының күп ғаиләләрендә күптәнге таныш тип әйтергә була. Бына 87 йыл инде ул үҙ уҡыусыһын тапҡан һәм таба, уларҙың күптәре оҙаҡ йылдар “Мәсетле тормошо”нан айырылмай. Район гәзите арҡаһында һеҙ тыуған яғығыҙ тормошо: уның кешеләре, эштәре, ваҡиғалары тураһында беләһегеҙ, районка биттәрендә – беҙҙең муниципаль берәмек тарихы. Ләкин иртәгәһе көндө лә тарихҡа яҙып ҡалдырыр өсөн беҙгә һеҙҙең ярҙам кәрәк! 2019 йылда ла беҙҙең менән ҡалығыҙ – беренсе ярты йыллыҡҡа яҙылығыҙ.

Үҙегеҙ өсөн яҙылыуҙың уңайлы ысулын һайлағыҙ:

• Районкаға һеҙ почта элемтәһе бүлексәләрендә яҙыла алаһығыҙ, һәм почтальондар уны һеҙгә өйөгөҙгә килтерәсәк. Был осраҡта яҙылыу хаҡы бер айға 153 һум 35 тин, ярты йылға – 920 һум 10 тин тәшкил итәсәк.

• “Мәсетле тормошо” менән дуҫлыҡтарын дауам итеүселәрҙең барыһы ла почтальондарға ғына түгел, ә редакцияға ла мөрәжәғәт итә ала (гәзитте үҙегеҙгә килеп алырға), был яҡында йәшәгән һәм эшләгән кешеләр өсөн уңайлы. Адресыбыҙ элеккесә: Мәктәп урамы, 23. Редакцияла яҙылыу: 1 айға – 89, ә 6 айға – 534 һум. Вәкилдәренә район үҙәгендә йыш булырға тура килгән ауылдарҙағы коллективтарға ла бындай хеҙмәттән файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ.

• Ярты йылға 10 кешенән дә кәм булмаған корпоратив яҙылыу (предприятиеға килтереп биреү менән): 1 айға – 99, 6 айға – 594 һум.

• Электрон яҙылыу: 1 айға – 94,6 айға – 564 һум.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, гәзит алдырыусылар, “Мәсетле тормошо” район гәзитенә яҙылыу мөмкинселеген табырһығыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Шулай уҡ гәзиткә яҙылыусылар араһында традицион аҙна һайын приздар, ә йыл һуңында супер бүләк – велосипед уйнатыласағын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ!

Редакция коллективы һеҙҙең ышанысты һәм район гәзитенә тоғролоғоғоҙҙо юғары баһалай. Беҙҙең өсөн был иң шәп награда һәм эшкә стимул булып тора. Яҙылыу һәм бүләк уйнатыу тураһындағы барлыҡ һорауҙарға 2-00-05, 2-00-34 телефондары буйынса яуап бирәсәктәр.