Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
24 Сентябрь 2018, 15:02

Рәсәйҙә “таныҡлыҡһыҙ йөрөргә” рөхсәт итеүҙәре ихтимал

Рәсәйҙәргә водитель таныҡлығынан башҡа машина йөрөтөргә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Дөрөҫөн әйткәндә, уның төп нөхсәһенән тыш. Бының өсөн ЮХХДИ-ла мобиль ҡушымта уйлап сығарырға тәҡдим итәләр.

“Башланғысты ғәмәлгә ашырған осраҡта планшеты булған автоинспекторҙың смартфон йөрөткән водитель менән әңгәмәләшеү ваҡыты ярайһы уҡ ҡыҫҡара. Сөнки бер гаджетты икенсеһенә яҡын килтереү ҙә етә, унда бөтә мәғлүмәт яҙылып сыға. Мәҫәлән, юл-транспорт ваҡиғаһын йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙы теркәү ваҡыты биш минутҡа ҡәҙәр ҡыҫҡара”, – ти ЮХХДИ башлығы урынбаҫары Владимир Швецов.

Дәүләт автоинспекцияһының ошондай башланғысы Рәсәй Президентының 2018 йылдағы май указы һәм документтар әйләнешен һанлаштырыу менән бәйле.
“Шипы” билдәһен ябайлаштырыу

Яҡынса ноябрҙә автомобилселәр тәгәрмәстәрҙе монтажлау үҙәктәренә йәйге тәгәрмәстәрен ҡыш-ҡыһына алмаштырыу өсөн юлланасаҡ. Шиплы тәгәрмәстәр ҡуйҙырыусы ҡайһы бер водителдәр арт-ҡы тәҙрәгә йәбештереү өсөн ғәҙәт буйынса “Ш” билдәһе аласаҡ. Хәҙер быны эшләү кәрәкмәй – уҙған осорҙа водителдәргә был билдәнең булмағаны өсөн 500 һум штраф һалған дәүләт автоинспекцияһы унан баш тартты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Таможня союзының “Тәгәрмәсле тран-спорт сараларының хәүефһеҙлеге тураһында” техник регламентҡа ярашлы, декабрҙән февралгә тиклем ҡышҡы тәгәрмәстәре булмаған автомобилдәр менән идара итеү тыйыла.
1 сентябрҙән һуң “Инвалид” билдәһе

“Шипы” билдәһен ябайлаштырыу менән бер рәттән автомобилде ҡуйыу ҡағиҙәләре лә үҙгәрҙе. “Инвалид” билдәһен (асыҡ һатыуҙан алынған), ниндәй төркөмдән булыуға ҡарамаҫтан, бөтә инвалидтар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш, граждандарҙың был категорияһы “Стоянка запрещена”, “Стоянка запрещена по четным числам месяца” билдәләре ғәмәлдә булған зоналарҙа автомобилдәрен ҡуя ала.

(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).