Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
6 Сентябрь 2018, 12:13

Атай-әсәй балаға дуҫ була аламы?

Һәр атай-әсәй сабыйының тулы бәхеткә өлгәшеп, киләсәктә терәк һәм таяныс буласағына ышана. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр үҙҙәре тәрбиә биреүҙә хаталанып, яңылышып, бер сиктән икенсеһенә һуғылып бер була. Һөҙөмтәлә сабыйға бағлаған өмөттәр аҡланмай ғына түгел, ә шәхес булараҡ үҫешенә кире йоғонто яһап, төҙәтелмәҫтәй эҙемтәләргә килтерә.

Тәрбиәгә бәйле бер нисә ваҡиғаны өйрәнеп, тормошта йыш осраған хаталарҙың сәбәптәрен асыҡлап ҡарайыҡ.

Беренсе осраҡ – өлкән була белмәү

Хәҙер бала менән тиң мөнәсәбәт ҡороу, дуҫлыҡ булдырыу тормоштағы бар мәсьәләне лә ыңғай хәл итәсәк, тигән фекер йөрөтөүселәр бар. Әммә дуҫлыҡ тигән төшөнсәнең дә тәрәнгә йәшеренгән хәүефле яғы бар. Талаптар ҡуймайынса, нимәлер эшләргә ҡыҙыҡһыныу уятмайынса, күңеленә сәм ойот-ҡоһо һалмайынса тороп, баланы шәхес итеп тәрбиәләү мөмкин түгел шул.

Әгәр элек сабыйҙы ғаиләлә артыҡ осондормай, хатта баҫырып тигәндәй тәрбиәләгән булһалар, бөгөн күптәр икенсе сикте һайлай. Бәләкәсте гел аңларға тырышыу, үҙ ыңғайына ҡуйыу, артыҡ иреклек сиктәрҙе билдәләй белмәгән атай-әсәйҙең абруйын ҡаҡшата ғына түгел, ә быуындар араһында төпһөҙ даръя барлыҡҡа килтереү ҡурҡынысы менән янай. Беҙ, бала тыуғандың тәүге көнөнән алып, уның күңеленә, аңына тормош хаҡында белем һалыуҙы йәшәү асылыбыҙ итеп алырға тейеш. Әгәр ҙә өлкәндәр, бала тормошондағы мөһим осорҙо етди ҡабул итмәй, бар нәмәне үҙ яйына ҡуйып, насар ҡылыҡтарына күҙ йомоп, талаптарһыҙ тәрбиәләһә, үҫмер йәшенә еткәндә ул атаһы менән әсәһен хөрмәт итмәй, көсһөҙлөгөндә, уңышһыҙлығында яҡындарын ғәйепләйәсәк бит.

Кескәйгә дөрөҫ йүнәлеш биреү, үҙ асылын табырға ярҙам итеү, төрлө күҙәтеүҙәр, фәһемле ваҡиғалар аша бәхетле булыу зирәклегенә төшөндөрөү, әммә үтенмәү, ниәтең тиҙ генә ғәмәлгә ашмағанда ла, бала алдында туҙынмау, мыжымау, асыу һаҡламау, ғәйеп яҡмау – быларҙы үтәү әллә ни ауыр ҙа түгел һымаҡ. Бары үҙеңде өлкәндәрсә тотоу ғына талап ителә…

Икенсе осраҡ – битарафлыҡ

Хәҙер ҡырҡ йәштәгеләр генә түгел, хатта иллене барлаусы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат араһында үҙен йәш-елкенсәктәй тотҡан һәм ҡылығында ла, кейемендә лә ошоно сағылдырырға тырышҡан атай- әсәйҙәр менән олатай-өләсәйҙәр барлыҡҡа килде. Улар ҡыҙ-улдарын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙҙәренең тиңдәше кеүек ҡабул итә, улар менән дуҫтарса аралаша. Эйе, тәү ҡарамаҡҡа ике яҡ өсөн дә уңайлы, ҡыҙыҡ һымаҡ. Ләкин ундай ғаиләлә үҫкән баланың да ғәҙел, тормош һөйөүсән, үҙен ихтирам иткән ысын шәхес булып нығыныуы икеле. Уға бәләкәстән, үҙ йәшенең хәл итәһе мәсьәләләрен, һөйөнөстәрен ситкә ҡуйып, һөйөклө, әммә өлкәнәйә белмәгән, тотороҡһоҙ ата-әсәһенең вәкәләттәрен үҙ иңенә алырға тура килә. Әгәр ата-әсә ваҡытында аҡылға килмәһә, шиксел, ҡыҙыу йәнле, тынысһыҙ, ауырыуҙарға бирешеүсән бәндә үҫеп сығасаҡ.

Яҡындарға ҡарата уяуыраҡ, һағыраҡ, хәстәрлеклерәк, иғтибарлыраҡ булыу ғаилә бөтөнлөгөн һаҡларға һәм мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә алып сығырға ярҙам итәсәк.

Өсөнсө осраҡ – сер үлсәме

Тәүгеләре менән сағыштырғанда, әлеге тәрбиә төрө йыш осрай. Бала бөтә эс серен әсәһенә һөйләй. Ә ул, йөҙөнә ғәжәпләнеү шәүләһе лә сығармай, ғәйепләмәй генә тыңлай. Һуңынан, үҙ тормош тәжрибәһенән сығып, кәрәкле кәңәшен бирә. Уның һәр һүҙе йотлоғоп тыңлана. Әйткәндәй, дуҫлыҡ төшөнсәһе үҙе үк тигеҙ, асыҡ, ғәҙел мөнәсәбәттәр булдырыуҙы талап итә. Тимәк, әсәй ҙә ауыр саҡта үҙ кисерештәре менән мөрәжәғәт итергә һәм аңлауын тойорға тейеш. Шуны күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: ул һин йәшәгәнде йәшәмәгән, күргәнеңде күрмәгән, той-ғаныңды тоймаған. Тулыһынса асылып, үҙ хәсрәтеңде уға нисек туғараһың? Был тәңгәлдә лә аҡыл һәм сама менән эш итеү яҡшы.

Иң мөһиме – балағыҙ һеҙҙең йөҙҙә дуҫҡа түгел, ә донъялағы ғәзиз кешеләр – атай менән әсәйгә нығыраҡ мохтаж икәнен аңлау.

“Башҡортостан ҡыҙы”

журналынан.