Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
31 Август 2018, 14:14

2018 йылғы белдереү ҡағыҙын нисек “уҡырға”?

Августың икенсе яртыһында Башҡортостан Республикаһы халҡына 2017 йылғы милек өсөн һәм килемгә һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары килә башланы.

Әле хәҙер үк Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының төп битендә “Налоговое уведомление 2018” промо-бите урынлаштырылған. Ул һалым түләүсегә һалым түләү өсөн белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәтте аңларға ярҙам итә һәм һалым белдереүе ҡағыҙындағы бүлектәр йөкмәткеһен ентекле аңлатыуҙы, һалымды иҫәпләү буйынса ғәҙәти тормош хәлдәре буйынса яуаптарҙы, льгота биреү тәртибен үҙ эсенә ала.

2017 йылғы һалымды иҫәпләгәндә индерелгән бөтә яңылыҡтар тураһында мәғлүмәт, шул иҫәптән белдереүҙең яңы формаһы, “алты сутый”ға ер һалымы буйынса һалымды кәметеү, физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләүҙең яңы тәртибе тураһында мәғлүмәт айырым блок итеп бирелгән.

Мәғлүмәтте үҙләштереү еңелерәк булһын өсөн ул презентация һәм видеоролик формаһында еткерелә.

Промо-бит һалымды иҫәпләү өсөн ставкалар һәм льготалар, күсемһеҙ милек объекттары характеристикалары, ҡиммәтле автомобилдәр исемлеге, юридик ойошмаларҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың берҙәм дәүләт реестрында һалым агенттары тураһында мәғлүмәт биргән төрлө дәүләт органдары электрон сервистары менән үҙ-ара эш итә.

Промо-биттән һалым түләүсенең шәхси кабинетына туранан-тура сығырға, шулай уҡ һалымды үҙ аллы иҫәпләргә мөмкин.

Һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙарын еңел һәм аңлайышлы итеп “уҡыу” өсөн республиканың һалым органдары халыҡты “Налоговое уведомление 2018” промо-бите менән мотлаҡ һәм иғтибарлап танышырға саҡыра.

2017 йыл өсөн милек һалымын 2018 йылдың 3 декабренән дә һуңға ҡалмай түләргә кәрәк.

М. ИСМӘҒИЛЕВ,

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы.