Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
27 Август 2018, 19:10

Миграция өлкәһендә хеҙмәттәрҙе “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон алыу мөмкинлеге

Хөрмәтле район халҡы! Һеҙ хеҙмәттәрҙе уңайлы алыу һәм сиратта көтөп ултырмау өсөн миграция өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәрен электрон төрҙә алыу маҡсаты менән www.gosuslugi.ru. электрон адресы буйынса “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Дәүләт хеҙмәттәре порталында хеҙмәттәр менән тулыһынса файҙаланыу мөмкинлеге алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре сайтында ҡатмарлы булмаған теркәлеү процедураһы үтергә кәрәк. Был әллә ни күп ваҡытығыҙҙы алмаясаҡ.

Түбәндә тәҡдим ителгән инструкция был процестың нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам итәсәк. Беренсенән, теркәлеү өсөн паспорт, СНИЛС, порталдан хәбәрҙәр алыу һәм кәрәк осраҡта ресурсҡа инеүҙе тергеҙеү өсөн кеҫә телефонының һандары кәрәк буласаҡ.

I этап. Порталда теркәлеү.

1. Порталдың төп битенә инегеҙ – https: gosuslugi.ru/.

2. Дәүләт хеҙмәттәре порталының төп битендә уң яҡта “Зарегистрироваться” тигән төймәгә баҫығыҙ һәм ЕСИА-https://esia.gosuslugi.ru/registration/ теркәлеү формаһына күсегеҙ.

3. Фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, кеҫә телефонығыҙ һандарын йәки электрон почтағыҙҙы индерегеҙ. “Зарегистрироваться” тигән төймәгә баҫып, фай- ҙаланыу шарттары һәм конфиденциаллек сәйәсәте менән ризалашаһығыҙ.

4. Раҫлау өсөн кодты көтөп алығыҙ. Ул һеҙ күрһәткән кеҫә телефоны номерына киләсәк.

5. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына һәр ваҡыт инеү өсөн ҡулланыласаҡ пароль индерәһегеҙ, уны икенсе тап-ҡыр раҫлайһығыҙ һәм “Готово” тигән төймәгә баҫаһығыҙ.

Шулай итеп, Һеҙ теркәлдегеҙ. Артабанғы этапта был ресурста онлайн ғариза биргәндә һыҙаттарҙы автотултырыу өсөн ҡулланыласаҡ шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе: фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, тыуған көнөгөҙҙө һәм урынығыҙҙы, паспорт мәғлүмәттәрен индерергә тура киләсәк. Артабан “Сохранить” тигән төймәгә баҫып, Һеҙ был мәғлүмәттәрҙе һаҡлап ҡуяһығыҙ.

Был этапта Һеҙ ябайлаштырылған теркәлеү процедураһын үтәһегеҙ. Был осраҡта дәүләт хеҙмәттәренең бер өлөшөн генә алырға мөмкин, мәҫәлән, ЮХХДИ-ла штрафтарҙың булыу-булмауын белеү.

II этап. Стандарт теркәлеүҙе тамамлау.

Профилегеҙҙе тултырғандан һуң, стандарт һәм раҫланған теркәлеүҙе тамамлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Алынасаҡ хеҙмәттәрҙең һаны шуға бәйле.

Һеҙҙең иҫәп яҙыуы стандарт теркәүҙе үтһен өсөн ни бары СНИЛС-ығыҙҙы индереү ҙә етә. Ул ваҡытта Дәүләт хеҙмәттәре порталында система, индерелгән мәғлүмәттәрҙе тикшереп, статус бирә. Тикшереү ваҡыты уртаса 15 минут самаһы ваҡыт ала. Раҫлағандан һуң Һеҙҙең кеҫә телефонығыҙға хәбәр киләсәк.

III этап. Порталда шәхесте раҫлау.

Иҫәп яҙыуының сираттағы статусын алыу өсөн “Подтвердить” тигән төймәгә баҫып, шәхесте раҫларға кәрәк.

Бының өсөн шәхесте идентификациялауҙың һәм иҫәп яҙыуын раҫлау процедураһын үтеүҙең үҙегеҙгә уңайлы ысулын һайлағыҙ:

• хеҙмәтләндереү үҙәгенең үҙендә;

• “Рәсәй почтаһы”нан заказлы хат менән;

• электрон ҡултамаға менән.

Хеҙмәтләндереү үҙәгенә үҙегеҙ мөрәжәғәт итеү өсөн яҡында урынлаш-ҡан күп функциялы үҙәкте табығыҙ. Фильтр ярҙамында кәрәкле хеҙмәтте табырға мөмкин. Һеҙгә иҫәп яҙыуын активациялау пароле алыу өсөн эш сәғәттәре тураһында мәғлүмәт биреләсәк.

Хеҙмәтләндереү үҙәгенә үҙегеҙ барғанда паспорт һәм СНИЛС кәрәк буласаҡ.

Шәхесте электрон ҡултамға ярҙамында раҫлау өсөн миграция мәсьәләләре буйынса яҡындағы подразделениеға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Шул ваҡытта Һеҙ “Дәүләт хеҙмәттәре” берҙәм порталының барлыҡ функциялары менән файҙалана алаһығыҙ, шул иҫәптән миграция хеҙмәтенең түбәндәге хеҙмәттәре менән:

1. РФ граждандарын килгән (йәшәгән) урын буйынса теркәү;

2. РФ граждандарын килгән (йәшәгән) урын буйынса теркәү иҫәбенән төшөрөү;

3. РФ гражданының ил эсендәге паспорт әҙерләү (20 һәм 45 йәш ту- лыуға бәйле паспортты алмаштырыу өсөн порталда был йәш тулғанға тиклем теркәлергә кәрәк);

4. РФ гражданының сит ил паспортын әҙерләү;

5. РФ гражданына яңы быуын сит ил паспорты әҙерләү;

6. РФ-ға инеү өсөн саҡырыу әҙерләү;

7. Физик шәхестәргә адрес-белешмә мәғлүмәте биреү.

Бынан тыш, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон төрҙә ирекле дактилоскопия буйынса дәүләт хеҙмәттәре алыу тураһында ғариза бирергә мөмкин. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлегеҙ. Уның мөмкинлектәре көндән-көн арта бара.

Электрон бирелгән ғаризалар тәү сиратта ҡарала һәм, шәхси кабинетта дәүләт пошлинаһы түләгәндә, 30% ташлама бирелә.

Л. ХАМАТУЛЛИНА,

Рәсәй эске эштәр министрлығы Мәсетле районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы, полиция майоры.